Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Июнь 2021, 16:16

Бөтә донъя фольклориадаһы делегаттары матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса CIOFF® конференцияһында ҡатнаша.

4 июлдә Өфөлә VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә матди булмаған мәҙәни мираҫ буйынса CIOFF ® халыҡ-ара конференцияһы үтә.

4 июлдә Өфөлә VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә матди булмаған мәҙәни мираҫ буйынса CIOFF ® халыҡ-ара конференцияһы үтә.
Рәсәйҙең бер нисә төбәге - Бурятия, Башҡортостан, Алтай, Пермь крайы вәкилдәре матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау мәсьәләләрен тикшерәсәк.
Конференция эшендә шулай уҡ Фольклориадала ҡатнашҡан һәр илдең вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ.
Форумды 2021 йылдың 4 июлендә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 1-гә тиклем"Торатау" конгресс-холында уҙғарыу планлаштырылған.
Конференция менән бер рәттән CIOFF ® Йәштәр комитеты вәкилдәре менән майҙансыҡ эше ойоштороласаҡ, унда төрлө халыҡтарҙың милли йола уйындары, оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ бейеүҙәре элементтарынан бейеү флешмобтары һәм башҡалар тәҡдим ителәсәк.
Читайте нас: