-29 °С
Ясна
Тапшырыу 12-25 июлдә республиканың күркәм мөйөштәрендә – Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ райондарында төшөрөлә һәм сентябрҙә, «БСТ» һәм «Ҡурай-ТВ» телеканалдарының яңы миҙгелендә эфирға сыға.
Тамашасыларҙың оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш биреү мөмкинлеге бар. Иң күп тауыш йыйған егет «Тамашасылар һөйөүе призы»на лайыҡ була.
Реалити-шоуҙың ҙур гала-тамашаһында – «7 егет» байрам балында проект геройҙары, сәхнә йондоҙҙары, бизнес-берләшмә вәкилдәре һәм республиканың күренекле шәхестәре ҡатнаша. Ошонда уҡ бүләкләү тантанаһы була һәм «7 егет» реалити-шоуының яңы еңеүсеһе иғлан ителә.
Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 262-87-00; электрон почта: [email protected], 450015, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9/1.