Дәртле, тырыш, эшем эш булһын тип йөрөгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре булған ауылдарҙа мәҙәни тормош гөрләп тора. Райондың иң төпкөл ауылдарының береһе булған брәтәктәр ҙә һуңғы ваҡытта айырыуса әүҙемләште. Бында Эльвира Шәрифулла ҡыҙы Хөсәйенованың да тырышлығы барҙыр, әлбиттә.
Эльвира ошо ауыл ҡыҙы – Әрҙәкле, Бәштин, Кәзәтау, Айыу өңө кеүек ифрат та үҙенсәлекле тауҙар уратып алған Брәтәк ауылында донъяға килеп, Нөгөш, Брәтәк һыуҙарында ҡойоноп үҫкән ул.
Бәләкәйҙән сәнғәткә, сәхнәгә ылыға. Төрлө район күләмендәге бәйгеләрҙә ҡатнашып йөрөй.
Хеҙмәт юлын 1998 йылда ауыл мәктәбендә вожатый һәм китапханасы булып башлай. Ойоштороу һәләте көслө ҡыҙҙы 1999 йылда ауыл мәҙәниәт йортона художество етәксеһе итеп эшкә күсерәләр. Бер йыл эшләгәс, Ишембай яғына тормошҡа сығып китә. Ләкин яҙмыш елдәре уны кире тыуған яҡтарына илтә.
2005 йылдан Брәтәк ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе булып эш башлай. Хәҙер инде 15 йыл да булып киткән. Был ваҡыт арауығында ул мәҙәниәт йүнәлешендә ситтән тороп уҡып, диплом ала. Алдан ашнаҡсы, кондитер һөнәрен алған булһа ла, күңеле сәнғәтте нығыраҡ үҙ итә. Әлбиттә, ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәренең эше бик тынғыһыҙ: әленән-әле ниндәйҙер сара, концерт, кисә, спектаклдәр ойоштороу өсөн күпме тырышлыҡ, эҙләнеү кәрәк. Эльвираның үҙен дә бит сәхнәлә әле трактористка булып бейеүсе, әле йырсы, әле оҫта алып барыусы итеп күреп һоҡланабыҙ.