Нәбиҙә шаршамбы көнө Сәк-сәк байрамы үткән. Кем генә яратмай икән был ризыҡты?! Ә кем иң тәмле сәс-сәк бешереүсе һуң ауылда?
Ағымдағы аҙнаның шишәмбеһендә Нәби ауылы урамдарында тәмле май еҫе аңҡып торған, тиҙәр.
Эйе, үҙ тормоштарын үҙҙәре йәмләп, үҙҙәренә байрам ойоштороп, күңелдәрен күтәреп йәшәгән ауыл кешеләре һоҡландыра. Сәләмәт байрамдар ойоштороп, милли йолаларыбыҙҙы һаҡлап, халҡыбыҙҙың быуындар күсәгилешлеге сылбырын дауам итеүселәр ҙә улар.
Нәбиҙә шаршамбы көнө Сәк-сәк байрамы үткән. Кем генә яратмай икән был ризыҡты?! Ә кем иң тәмле сәс-сәк бешереүсе һуң ауылда?
Шуны асыҡларға тырышҡан да инде нәбиҙәр.
-Лилиә Сәғәҙәтовна - «Еңеүгә - 75», ГүзәлТимерғәле ҡыҙы - «Зауыҡлы ауыл- 2020», Ләлә Әйүпова - «Өс ауыл дуҫлығы», Ләйлә Нурислам ҡыҙы - «Мәсем тауыбыҙ, йәки 90 йәшебеҙ менән», Зилә Сәғитова - «Тәмлекәс», Рәйлә Буранбаева - «Татлы ла ул, нәфис тә ул башҡорт теле» тигән исемдәр аҫтында бик тәмле, татлы, баллы сәк-сәктәр тәҡдим итте.
Табындарҙан өҙөлмәһен
Өйөлөп бешкән сәк-сәк.
Ауырлыҡҡа бирешмәйек,
Имен булһын киләсәк! - тип яҙғандар улар “Бәйләнештә” селтәрендә.
Ә Нәбиҙә кемдең сәк-сәге иң тәмлеһе булған һуң, тиһегеҙме. Барыһыныҡы ла телде йоторлоҡ булған, тей шул.
Афарин, нәбиҙәр!