Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Март 2020, 10:00

СИБАЙҘАН - ЕҢЕҮ МЕНӘН!

Сибайҙа хореографик коллективтарҙың “Бейеү ҡанаттарында” тигән асыҡ фестивале үтте.

Сибайҙа хореографик коллективтарҙың “Бейеү ҡанаттарында” тигән асыҡ фестивале үтте.
Унда Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан, Баймаҡ, Учалы, Йылайыр, Әбйәлил райондарынан йәш бейеүселәр ҡатнашты. Был мәртәбәле фестивалдә беҙҙең райондан “Осҡон” өлгөлө балалар ансамбле лә (етәкселәре А. Дауытова һәм Ф. Үтәбаев) матур итеп сығыш яһап ҡайтты. 8-10 йәшлек балаларҙың сығышын тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмгән.
- “Мираҫ” башҡорт коллектив бейеүе Гран-приға лайыҡ булды. Ҡыҙҙарҙың “Ҡолонсаҡ” бейеүе 2-се урын яуланы. Район мәҙәниәт һарайы исеменән сығыш яһаған Вадим Ниязғоловтың “Нараспашку” тигән рус халыҡ бейеүен тамашасылар айырыуса яратып ҡабул итте, алҡыштарға күмде.
Әйткәндәй, балаларҙың ата-әсәләренә лә рәхмәт һүҙҙәре әйтке килә. “Ҡолонсаҡ” бейеүе өсөн әсәйҙәр үҙҙәре яңы костюмдар тектерҙеләр. Ҡыҫҡаһы, балаларҙың ата-әсәләренең аңлап тороуы, ярҙам итергә ынтылыуы бик ҡыуандыра, - ти хореограф Айгизә Дауытова.
“Бейеү ҡанаттарында” фестиваленә барған балалар ысынлап та иңдәренә ҡанат үҫкәндәй ҡыуанышып ҡайтҡандар. Киләсәктә лә тик еңеүҙәр һәм яңы балҡыштар насип булһын талантлы балаларыбыҙға!
Читайте нас: