Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Ғинуар 2020, 19:00

БЫНА ҺИҢӘ, СӨМБӨӨӨЛ!

Бына имтихан тота торған көн етте. Апаруҡ ҡына малай-ҡыҙҙар комиссия ултырған ишек төбөндә өймәкләшеп торабыҙ. Ҡапыл оҙон сәсле, бәләкәй, ябыҡ ҡына ҡыҙ килеп инеүе булды, ооо, Сөмбөл килгән, беҙгә былай булғас урын юҡ унда, тип шыбырлаша башланылар.

Алыыыҫ 2000 йылда, туғыҙынсыны тамамлап, район үҙәгенә имтихан алырға килгән Өфө сәнғәт училищеһына йыр(!) бүлегенә уҡырға инәм тип Филиә класташ менән сығып киттек. Филиәнең апайы рдк-ла эшләүсе бер апай менән һөйләшеп, ике көнмө вокал серҙәренә төшөнөргә йөрөнөк әле ищеү))) Миңә «Ҡышҡы романс»ты йырларға өйрәткәйне ул апай, тик исеме хәтеремдә ҡалмаған.
Бына имтихан тота торған көн етте. Апаруҡ ҡына малай-ҡыҙҙар комиссия ултырған ишек төбөндә өймәкләшеп торабыҙ. Ҡапыл оҙон сәсле, бәләкәй, ябыҡ ҡына ҡыҙ килеп инеүе булды, ооо, Сөмбөл килгән, беҙгә былай булғас урын юҡ унда, тип шыбырлаша башланылар.
Ә мин Сөмбөлдөң кемлеген белмәгәс ней, әллә ни иҫем китмәне. Әллә кем булып, комиссия алдында зыулап йырлап сыҡҡан булдым да, һөҙөмтә көтөп торам шунда. Бына һынау тоторға Сөмбөл инеп китте. Ишектең теге яғында һандуғас һайрап ебәрҙеме ни! Барыбыҙ ҙа ауыҙ асып, хайран ҡалып илаһи моңға сорналдыҡ. Хисле шишмә булып та сылтыраны, иң аҫыл ҡош булып та һайраны, йөрәктәрҙең иң нескә ҡылдарын да сиртеп үткәндәй булды был ҡыҙҙың йыры.
- Бына һиңә, Сөмбөөөл! - тип уйлағаным хәтерҙә ҡалған. Сөмбөл Баймырҙина-Моратова менән тәүге осрашыуыбыҙ шулайыраҡ булды беҙҙең. Аҙаҡ уның Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап Сибай филармонияһына эшкә килеүе, иң моңло, киң һулышлы йырсы булып ҡолас йәйеп эшләй башлауы, матур ғаилә ҡороуы тураһында ситтән генә хәбәрҙар булып, күҙәтеп бара инем.
Ситтән тороп Сибай институтына уҡырға ингәс, бер сессияға барғанымда уйламағанда Сөмбөл менән осрашып, һөйләшеп киттек. Баҡтиһәң, ябай ғына ер ҡыҙы булған икән һандуғастай моңло Сөмбөл яҡташым. Ябайлығы, ихласлығы, эскерһеҙлеге менән күңелемә ятты. Ә икенсе күрешкәндә күптәнге таныштарҙай ҡосаҡлашып күрештек беҙ хатта)))
Әле бына, яҡташымдың концерт афишаһын күргәндән һуң, барығыҙҙы ла уның тамашаһына барып, Моңға байып ҡайтырға саҡырам! Тормош ығы-зығыһынан бер миҙгелгә генә арынып, йөрәктәргә шифалы ял минуттары алып ҡайтайыҡ, дуҫтар!
Читайте нас: