Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Декабрь 2019, 14:34

"БАШҠОРТОСТАН ЫНЙЫЛАРЫ"

“Рухи байраҡ һинең исемең” тигән баш аҫтында республикабыҙҙың тарихи шәхестәре тураһында ижади конкурс ойошторолдо. Тәүге этаптары мәктәптәрҙә үтеп, аҙағына ете коллектив сыҡты.Райондың балалар ижади үҙәге үткәргән был сара иң беренсе нәүбәттә халҡыбыҙҙың онотолоп барған йолаларын, традицияларын, уйындарын, билдәле шәхестәренең исемен тергеҙеү маҡсатын күҙаллаған.

“Рухи байраҡ һинең исемең” тигән баш аҫтында республикабыҙҙың тарихи шәхестәре тураһында ижади конкурс ойошторолдо. Тәүге этаптары мәктәптәрҙә үтеп, аҙағына ете коллектив сыҡты.
Райондың балалар ижади үҙәге үткәргән был сара иң беренсе нәүбәттә халҡыбыҙҙың онотолоп барған йолаларын, традицияларын, уйындарын, билдәле шәхестәренең исемен тергеҙеү маҡсатын күҙаллаған.

Әбделмәмбәт мәктәбенән М. Ҡасимова һәм З. Ибәтуллина етәкләгән коллектив бик ентекле әҙерләнеп килгән ине. Улар киң билдәле шәхес Әхмәт ағай Сөләймәновҡа арнап “Мин Өфөгә барып ҡына ҡайттым” тигән сценарийҙы сәхнәләштерҙе. Мораҙым мәктәбе коллективының сығышы ла уларға ауаздаш булды.
Яңы Собханғол мәктәбенең Г. Ҡолдобаева етәкләгән коллективы Еңеүҙең 75 йыллығына мөрәжәғәт итеп, үҙҙәренең билдәле батыры Ҡаный бабайға арналған тамаша күрһәттеләр.
Брәтәк мәктәбе коллективының сығышы ла бик үҙенсәлекле булды. Улар Я. Хамматовтың “Бөртөкләп йыйыла алтын” әҫәрен бик матур сәхнәләштерҙеләр.
Мәһәҙей мәктәбе коллективының сығышы үҙҙәренән сыҡҡан билдәле шағирә Айһылыу Ғарифуллина апайҙарына арналды. Иҫке Собханғол мәктәбе коллективы данлыҡлы бейеүсе Йәнғәле Вәхитов ижадына мөрәжәғәт иткән.

Ә Ағиҙел ҡасабаһы уҡыусылары М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрен күрһәтте.
Жюри урындарҙы түбәндәгесә бүлде: Әбделмәмбәт мәктәбе - Гран-при, Яңы Собханғол – 1-се, Брәтәк, Мораҙым – 2-се, Мәһәҙей, Иҫке Собханғол 3-сө урындар яуланы, Ағиҙел ҡасабаһы “М. Кәрим вариҫтары” номинацияһында еңеүсе тип табылды.
Читайте нас: