20 ноябрь көнө районыбыҙға VI Бөтә Донъя Фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү буйынса дирекция вәкилдәре килеп ҡайтты. Дирекция етәксеһенең урынбаҫары, республика халыҡ ижады үҙәгенең төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлеге мөдире Зарина Хәсәнова етәкселегендәге эшсе төркөм райондың был сарала ҡатнашыусыларҙы ҡабул итеүгә әҙерлеген тикшерҙе.
Тәүҙә Өфөнән килгән белгестәр район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән кәңәшмәлә ҡатнашып, фестивалде үткәреү тәртибе менән ентекләп таныштырҙылар һәм райондан нимәләр талап ителеүен билдәләнеләр. Зарина Зыя ҡыҙы әйтеүенсә, киләһе йылдың 16 июленән республикаға сит ил ҡунаҡтары килә башлаясаҡ. 18 июлдә сараны асыу тантанаһы ойошторолғас, республиканың төрлө майҙансыҡтарында фестиваль киң ҡолас аласаҡ. Ошоғаса ойошторолған Фольклориадаларҙа 50-52-шәр ил ҡатнашаһа, Башҡортостанда үтәсәк сарала ҡатнашыу өсөн 85 ил ғариза биреп тә өлгөргән. Йәмғеһе сара барышында республикаға 3 меңләп кеше килеүе көтөлһә, беҙҙең төбәккә (Белорет, Учалы, Әбйәлил, Бөрйән райондарына) 10 илдән 390 тирәһе кеше киләсәк, тип күҙаллана.