Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Ноябрь 2019, 22:00

Ҡайҙа һеҙ, дәртле-моңло Бөрйән егеттәре?

28 ноябрь көнө Байназар мәҙәниәт йортонда ир-егеттәр ансамблдәре араһында «Бөрйәндең егеттәре» исемле район йыр конкурсы үтә!Төп бүләк - 5000 һум аҡса!

28 ноябрь көнө Байназар мәҙәниәт йортонда ир-егеттәр ансамблдәре араһында «Бөрйәндең егеттәре» исемле район йыр конкурсы үтә!
Төп бүләк - 5000 һум аҡса!
Конкурста 16 йәштән өлкән ир-егеттәр ансамблдәре ҡатнаша ала. Ҡатнашыусылар 2 әҫәр башҡара:
-Тыуған ил, тыуған яҡ, Башҡортостан тураһында йыр;
-Үҙҙәре һайлап алған йыр.
Һайлап алыу туры 28 ноябрҙә 14.00 сәғәттә, ә конкурстың финалы 19.00 сәғәттә буласаҡ. Ҡатнашырға теләүселәргә 3-62-51, 3-53-33 номерҙарына шылтыратып, алдан заявка бирергә кәрәк.
Моңло, дәртле Бөрйән егеттәрен көтөп ҡалабыҙ! 
Читайте нас: