Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Ноябрь 2019, 16:00

“Тарыуал”дар беренсе!

Әбйәлил районының Асҡар ауылында Театр йылы сиктәрендә Әхтәм Әбүшахманов призына республика халыҡ театрҙары фестивале үтте. Өс көн дауамында халыҡҡа һәм абруйлы баһалама составына матур сығыштар тәҡдим ителде.

Юлға сығыр алдынан тәбиғәт шарттарының ҡырҡа үҙгәреүе, китеп барған ерҙән техниканың боҙолоуы ла әртистәрҙең сығыш яһап ҡайтыу теләген һүндермәне. Алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешеү төп теләктәре ине.
Фестивалдә Яңы Усман ауыл мәҙәниәт йортоноң “Тарыуал” халыҡ театр коллективы К. Мәргәндең “Шомбай” пьесаһын сәхнәләштереп, беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 8 ноябрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: