Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Май 2019, 11:18

Китап - ул серле донъя

Белем алыуҙың иң яҡшы юлы - уҡыу. Ә хәҙерге заманда китапҡа ҡараш нисек һуң? Исламбай ауылы китапханасыһы Флүзә Әхмәтйәнова ғүмерен китапхана эшенә бағышлаған. Ул 2005 йылда клуб директоры булып эш башлай. 2005 йылда китапхана эше һәм киң элемтә колледжын тамамлай. 2008 йылдан китапханасы.

Белем алыуҙың иң яҡшы юлы - уҡыу. Ә хәҙерге заманда китапҡа ҡараш нисек һуң?
Исламбай ауылы китапханасыһы Флүзә Әхмәтйәнова ғүмерен китапхана эшенә бағышлаған. Ул 2005 йылда клуб директоры булып эш башлай. 2005 йылда китапхана эше һәм киң элемтә колледжын тамамлай. 2008 йылдан китапханасы.
- Күп кеше китапхана эшен еңел тип уйлай. Беҙҙең эштә кеше менән уртаҡ тел таба белеү мөһим. Кәрәк саҡта уҡытыусы ла, артист та, йырсы ла булып китәһең. Эшем оҡшай, рәхәтләнеп эшләйем. Саралар хаҡында интернет селтәренә һалып барам, башҡа китапханасылар менән тәжрибә уртаҡлашам. Сара үткәрерҙән алда ныҡлап әҙерләнергә кәрәк - һорауҙар бирһәләр, яуаптарың әҙер булһын. Әҙерләнгән ваҡытта үҙең дә күп нәмә белеп ҡалаһың. Эшеңде күрһәләр, ҡыуанып китәһең. Мәҙәниәт бүлегенән алған грамоталар эшем өсөн ҙур баһа булып тора, - ти ул.
Флүзә Батыр ҡыҙы йәмғиәт эштәрендә лә ҡайнап йәшәй. Ата-әсәләр, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, халыҡ иҫәбен алыуҙа ла ҡатнаша. 2015 йылда округ депутаты итеп һайлана.
- Китап алыуға ҡарағанда сараларға кешеләр күберәк йөрөй. Юбилей кисәләрен даими үткәреп барырға тырышам. Шағирәләребеҙ Айһылыу Ғарифуллина, Зөһрә Үтәғолованың ижадына бағышлап кисә ойошторҙом. Балаларыбыҙ үҙ ерлегебеҙҙәге яҙыусы, шағирҙарыбыҙҙы белеп үҫһендәр, тейем. Китапхана дәрестәре, кисәләр, һәр темаға, сараға, юбилярға күргәҙмә эшләп барам. Яңыраҡ әкиәт ҡуйҙыҡ, әле балалар баҡсаһына барырға йөрөйбөҙ.
Иң актив уҡыусыларым Миләүшә Алтыншинаның ғаиләһе, Рәзинә Үтәғолова, Лилиә Сабитова. Башланғыс синыф уҡыусылары йыш йөрөй.
Элек китаптарға артыҡ иғтибар итмәй торғайным, хәҙер берәй ерҙә, кешелә китап күрһәм, ҡыҙыҡһынып, асып ҡарайым, тәрбиәһеҙ китап булһа, йәлләйем.
Ҡағыҙ эшен дә теүәл алып барырға кәрәк. ҡайһы ваҡыт онотолоп китеп эшләйем, хатта төнөн матур ғына фекер килеп тыуһа, тора һалып яҙып ҡуям.
Балаларҙы сараларға саҡырып торам, иҫтәрендә ҡалһын, тип презентациялар эшләйем. Бәләкәйҙән уҡыһалар, ҙурайғас та уҡыйҙар ул. Балаларҙың уҡығанмы-юҡмы икәнен тикшерәм, теге йәки был хикәйәлә нимә тураһында һүҙ бара, тип һорайым. Ҡайһы бер балалар йәшереп тормай, мин һүрәтен генә ҡараным, тиҙәр. ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатынан өҙөктәр уҡыйым. Артабан ни булырын белер өсөн, китапты алып ҡайтып китәләр. Хәтерҙәре ныҡ булһын, тип шиғыр һөйләү конкурстары үткәрәм. Шуныһы ҡыуаныслы: атайҙар ҙа сәхнәгә сыға башланы, ғаиләләр менән шиғыр ятлайҙар. Әлбиттә, бүләкһеҙ, грамотаһыҙ ҡалдырмайым, уның өсөн ауылдан бағыусылар эҙләйем. Ярҙам итеп торалар, уларға рәхмәт. Мәктәп, балалар баҡсаһы, ағинәйҙәр менән берлектә эшләйем. Шулай уҡ методистарға ла рәхмәт, кәңәштәрен биреп, ярҙам итеп торалар, - ти Флүзә Батыр ҡыҙы.
Ә. Юлсурина.
Читайте нас: