Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Май 2019, 17:32

Марафондың беренсе этабы тамамланды

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған «Бай тарихлы тыуған ерем» район халыҡ ижады фестиваль-марафоны 14 мартта Ырғыҙлы биләмәһендә башланып, 23 апрель көнө Аҫҡар биләмәһендә бай йөкмәткеле концерт программаһы менән марафондың беренсе этабы тамамланды.

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған «Бай тарихлы тыуған ерем» район халыҡ ижады фестиваль-марафоны 14 мартта Ырғыҙлы биләмәһендә башланып, 23 апрель көнө Аҫҡар биләмәһендә бай йөкмәткеле концерт программаһы менән марафондың беренсе этабы тамамланды. Марафон штандарты бер ауыл биләмәһенән икенсе биләмәгә матур йырлы-моңло күстәнәстәре менән тапшырылып килде. Ауылдарҙа артистарҙы тулы залдар ҡаршы алып, оҙатып ҡалды. Һәр ауыл биләмәһенең сценарийы ауылдың бай тарихына һәм билдәле шәхестәренә арналған видеояҙмалар, слайд-шоуҙар менән байытылды. Район буйлап ике ай буйына барған марафонда ҡатнашҡан районыбыҙҙың барлыҡ һәүәҫкәр артистарына, ауыл биләмәһе башлыҡтарына мәҙәниәт бүлеге исеменән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Артабан да шулай әүҙем, берҙәм булайыҡ!
Марафондың икенсе өлөшөндә тирә-яҡты тәртиптә тотоу, йәшелләндереү, урамдарҙы, тыҡрыҡтарҙы, ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү бурысы тора һәм шулай уҡ «Иң яҡшы депутат», «Иң әүҙем округ», «Иң төҙөк округ», «Округтың иң әүҙем йәмәғәт эшмәкәре» билдәләнәсәк.
Йәшәгән Башҡортостаныбыҙ гөрләп сәскә атһын, илебеҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын!Г. ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: