Яңы Мөсәт ауыл мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың 100 йыллығына арналған марафон сиктәрендә үр һәм түбән яҡ урамдарҙың «Үткәндәргә ихтирам, киләсәккә өмөт менән», ә икенсе көнө “Моңдар ҡайтһын ауылға” тип исемләнгән концерттары үтте.
Клуб эштәре буйынса белгес Рәмзилә Уразаева һәм художество етәксеһе Гөлназ Сәйәхова һәүәҫкәр артистарҙы сығыштарға сәмләндереп, бик ихлас әҙерләгәндәр. Бер быуатлыҡ юбилей уңайынан ойошторолған был концерт ауылдың яңы таланттарын асты, тәүгә сәхнәгә сыҡҡандар ҙа матур сығыш яһап, ауылдаштарҙы һоҡландырҙылар. Таланттар бына тигән концерт номерҙары күрһәтте: “Тамсыгөл” вокаль, “Ҡарасәс” фольклор, “Гүзәлем”инструменталь ансамблдәре сығыштары, моңло йырҙар һәм үҙенсәлекле бейеүҙәр, ҡыҙыҡлы интермедиялар менән тамашасы күңелен яуланылар. Һәр сығыш тамашасыларҙың көслө алҡыштары менән оҙатылып барҙы.
Түбән яҡтың йәнле концерты ауылдың күп йылдар эшләгән хеҙмәт эшсәндәренә бағышланды. Халыҡ йырлы-моңло һәм гармунлы йәшлегенә барып әйләнгәндәй булды. Ауылдың йәшәйешен, халҡыбыҙҙы борсоған проблемаларҙы сағылдырған интермедиялар, йөрәккә үтеп инерлек шиғырҙар, халыҡсан йәшлек йырҙары, уйын-бейеүҙәр барыһын да әсир итте. Ҡыҫҡаһы, ике яҡтың да концерт-тамашаһы күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланырлыҡ булып иҫтә ҡалды.
Ғөмүмән, ауылда халыҡ йыр-бейеүгә әүәҫ, концерттарға әүҙем йөрөй. Яңы Мөсәт мәҙәниәт йорто район кимәлендә генә түгел, республика буйынса үткән сараларҙан да ситтә ҡалмай: конкурстарҙа ҡатнашалар, бай күргәҙмәләр ойошторалар, аш-һыуға ла оҫталыҡтарын күрһәтәләр. Әйткәндәй, “Матур ТВ” каналының “Матур моң илендә” тапшырыуында “Ҡарасәс” фольклор ансамбле менән телевизорға төшә, йырсы Илнур Юламановтың “Самородок” клибында ла ҡатнаша яңы мөсәттәр. Һәр саҡ гөрләп торған мәҙәниәт усағы ауылдың дәртле, берҙәм, әүҙем халҡының йөҙөн сағылдырған һымаҡ. Дәрт-дарманығыҙ һүнмәһен, таланттарға ҡытлыҡ кисермәй, шулай гел әүҙем, бер йәндәй берҙәм булып ҡалығыҙ, берлектәр!