Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Апрель 2019, 12:01

"Тамаша - 2019" фестивале тамамланды

Районда киң күләм үҙешмәкәр театрҙы, театр сәнғәтенең барлыҡ төрҙәрен һәм жанрҙарын үҫтереү маҡсатында февраль-март айҙарында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан һәм Театр йылы сиктәрендә “Тамаша – 2019” тигән исем аҫтында театр коллективтары фестивале үтте. Унда райондың ауыл мәҙәниәт йорттарының театр коллективтары бик әүҙем ҡатнашты. Улай тип әйтеү генә лә әҙ – әллә күпме таланттар асылды, кемдәрҙер серле сәнғәт донъяһына тәүге аҙымдарын яһаны.

Бына, ниһайәт, шаулап-гөрләп уҙған фестивалгә йомғаҡ яһалды. Фестиваль һөҙөмтәләре 25 мартта Рәсәй Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан үткәрелгән сарала иғлан ителде һәм бүләктәр, дипломдар тапшырылды.
Фестивалдә ниндәй коллективтар еңеүселәр рәтендә икәнен белергә теләһәгеҙ, гәзиттең бөгөнгө һанынан Г. Сәғитованың мәҡәләһен уҡығыҙ.
Читайте нас: