Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Март 2019, 12:26

Бай тарихлы тыуған ерем

Республикала, районыбыҙҙа Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тулыуға арналған матур саралар ойошторола. Ошо айҡанлы 14 мартта ауыл биләмәләре араһында “Бай тарихлы тыуған ерем” район халыҡ ижады фестиваль-марафоны Ырғыҙлы ерлегендә старт алды. Марафонға старт биреп, район мәҙәниәт һарайы артистары сығыш яһағандан һуң, Бөрйән районы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Теләүбаева тантаналы рәүештә штандартты Ырғыҙлы ауыл биләмәһе башлығы Ғаяз Килдейәровҡа тапшырҙы.

Үҙ сираттарында, Ырғыҙлы ауыл биләмәһенең һәүәҫкәр таланттары күркәм концерт номерҙары күрһәтеп,  фольклор, инструменталь ансамблдәр сығыштары, йыр һәм бейеүҙәр менән тамашасы күңелен яуланылар. Һәр сығыш тамашасыларҙың ихлас алҡыштарына күмелде.
19 мартта Ырғыҙлы ауыл биләмәһе марафон штандартын Кейекбай ауыл биләмәһенә тапшыра.
Бер быуатлыҡ юбилей уңайынан ойошторолған марафон 2 этапта үтә. Тәүге этап һәр ауыл мәҙәниәт йорттарында булып, иң-иңдәр ауыл биләмәһе данын яҡлаясаҡ. Унан һәр ауылдан һайлап алынған сығыштарҙан төҙөлгән концерт ойоштороласаҡ. Икенсе этапта “Иң яҡшы депутат”, “Иң яҡшы округ”, “Иң төҙөк округ”, “Иң яҡшы йәмәғәт эшмәкәре” номинациялары буйынса иң-иңдәр билдәләнәсәк.
Г. Сәғитова.
Читайте нас: