Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Март 2019, 12:57

Яҙ быйыл Ҡыпсаҡ яғынан килә

Байназар ауыл мәҙәниәт йортонда “Яҙ гүзәле” район конкурсының финалы үтте. Унда Байназар, Әбделмәмбәт, Килдеғол, Ҡолғана, Исламбай һәм Тимер ауылдарынан 7 ҡыҙ ҡатнашты: Лиә Тажитова, Зилә Мансурова (Байназар), Рәфилә Мәсәғүтова (Әбделмәмәбәт), Рәсилә Көмөшбаева (Килдеғол), Фәриҙә Айытбаева (Ҡолғана), Гүзәл Әхмәтйәнова (Исламбай) һәм Дилара Ғөбәйҙуллина (Тимер).

Байназар ауыл мәҙәниәт йортонда “Яҙ гүзәле” район конкурсының финалы үтте. Унда Байназар, Әбделмәмбәт, Килдеғол, Ҡолғана, Исламбай һәм Тимер ауылдарынан 7 ҡыҙ ҡатнашты: Лиә Тажитова, Зилә Мансурова (Байназар), Рәфилә Мәсәғүтова (Әбделмәмәбәт), Рәсилә Көмөшбаева (Килдеғол), Фәриҙә Айытбаева (Ҡолғана), Гүзәл Әхмәтйәнова (Исламбай) һәм Дилара Ғөбәйҙуллина (Тимер).
Был сара республика барлыҡҡа килеүгә 100 йыл һәм халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланды һәм конкурстың эстәлеге тотошлайы менән бөйөк шағирҙың ижады менән бәйле булды. Һылыуҙар республикаға бәйле һорауҙарға ла яуаптар бирҙе.
“Айгөл илендә” тип аталған тәүге һынауҙа бәйгеселәр М. Кәримдең ошо исемдәге әҫәренә нигеҙләнеп, үҙҙәре менән таныштырҙы. Бигерәк тә Рәфилә менән Рәсиләнең монологтары баҙыҡ һәм мәғәнәле булыуы менән айырылып торҙо.
Музыкаль конкурста ҡыҙҙарҙың алтауһы бейеүҙе, Тимерҙән сая ҡыҙ Дилара йырҙы һайлаған. Был ярыш төрөндә Рәфиләнең уҡсы ҡыҙ бейеүе берәүҙе лә битараф ҡалдырманы: бик үҙенсәлекле костюмда - яугир ҡыҙ образында сыҡҡан һылыуҡай үҙенең бейеүсе генә түгел, мәргән уҡсы ла икәнлеген тотош тамаша кимәленә күтәреп дәлилләне.
Фәриҙәнең “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүе лә алҡыштарға күмелде.
М. Кәримдең әҫәрҙәрен сәхнәләштереү турында ҡыҙҙарҙың дүртәүһе әҙиптең “Айгөл иле”, ике ҡыҙ “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, берәү “Ай тотолған төндә” әҫәрен һайлаған ине. Дилара Кендек образын уңышлы ғына асты. Рәсилә әсәһен эҙләп, бөтә кешелеккә мөрәжәғәт иткән Айгөлдө уйнағанда хатта тәндәр семерҙәп китте.
Интеллектуаль тур бер аҙ уйландырҙы. Мәҫәлән, районда бөйөк шәхестәребеҙ исемлеген йөрөткән ике генә музей бар. Тик был һорау яуапһыҙ ҡалды. Йәнә Бөрйәндән сыҡҡан артистар тип шағирәләрҙең исем-шәрифтәре аталыуы ла һиҫкәндерә. 100 йыллыҡ тарихы булған Башҡортостаныбыҙҙың тәүге баш ҡалаһы хаҡындағы, герб, флаг тураһындағы һорауҙар ҙа һауала эленеп ҡалды...
Ә мода күрһәтеү конкурсы күңелдәрҙе күтәреп ебәрҙе – фантазияларын эшкә егеп, ҡағыҙ, полиэтилен һәм башҡа замана материалдарын ҡулланып, ниндәй генә костюмдар әҙерләмәгән ҡыҙҙар!
Иң тулҡынландырғыс мәл дә етте – кем булыр һуң “Яҙ гүзәле – 2019?” Ҡыҙҙарҙың һәр ҡайһыһының йөрәге был мәлдә, моғайын, “бәлки-бәлки” тип типкәндер... “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы финалсыһы, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ булған шәхси эшҡыуар Зилә Насретдинова ҡыҙҙарҙың барыһына ла үҙенең шәхси бүләктәрен тапшырҙы. Ә “Берҙәм Рәсәй” партияһының бүләген уның урындағы бүлексәһе сәркәтибе Гөлдәр Йомағолова ҡулынан Фәриҙә Айытбаева алып ҡыуанды.
Зилә Мансурова “Тамашасы һөйөүе”, Рәфилә Мәсәғүтова “Сая ҡыҙ” призына эйә булды.
Өсөнсө урында өс һылыу: Лиә Тажитова, Гүзәл Әхмәтйәнова һәм Фәриҙә Айытбаева; Рәсилә Көмөшбаева менән Дилара Ғөбәйҙуллина – икенсе, Зилә Мансурова беренсе урынға сыҡты. Ә Гран-при Әбделмәмбәт ҡыҙы Рәфилә Мәсәғүтоваға тәтене!
Сараны район мәҙәниәт һарайы оҫталары, Байназар мәктәбе уҡыусылары йыр-бейеүҙәр, ҡурай моңдары менән биҙәне.
Сәхнәләге бәйге уйын ғына. Киләсәктә тормош бәйгеләрендә лә шулай сос, тырыш булығыҙ, ҡыҙҙар!
Т. Баһауетдинова.
Читайте нас: