Йылдар теҙмәһендә Театр йылы тип нарыҡланғанына ла аяҡ баҫтыҡ. Илебеҙ Президенты тарафынан Рәсәйҙә ағымдағы йыл Театр йылы тип иғлан ителеүе мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә эшләгәндәрҙе генә түгел, ижадҡа, матурлыҡҡа, рухи бөтөнлөккә ынтылғандарҙы ҡужғытып, ҡанатландырып ебәрҙе.
21 февралдә баш ҡалабыҙ Өфөлә исемле йылды тантаналы асыу булып, уның штандарттарын райондан районға тапшырыу марафоны старт алды.
Яңы Усман ауылының “Тарыуал” халыҡ театры ошо көндәрҙә Учалыла Кирәй Мәргәндең “Шомбай” әҫәрен сәхнәләштереп, үҙҙәренең ысын мәғәнәһендә халыҡ театры икәнлеген дәлилләп ҡайтып, 13 мартта күрше әбйәлилдәр йыл штандартын беҙҙән ҡабул итте.
Билдәләнгән ваҡытҡа Яңы Усман мәҙәниәт йорто халыҡ менән шығырым тулды. Өфө, Әбйәлил ҡунаҡтарын йыр-моң, милли эсемлек - буҙа менән ҡаршы алғас, Яңы Усмандың дәртле ҡатын-ҡыҙҙары таҡмаҡты ҡойҙо ғына! Дәрәжәле ҡунаҡтар ҙа улар менән бейергә төштө.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары А. Әлибаков йыйылған халыҡты, килгән ҡунаҡтарҙы исемле йыл штандартын тапшырыу айҡанлы тәбрикләп: ”Театр йылын беҙ алдан башланыҡ – ике коллективыбыҙ халыҡ исемен алды. Үткән йылда ғына районда дөйөм ун меңдән ашыу мәҙәни сара үткән икән, был халыҡтың фольклорға, сәнғәткә битараф түгеллегенә ишара”, - тине.
Өфө ҡунағы, БР Халыҡ ижады үҙәге вәкиле Т. Ҡалмырҙина республикалағы театрҙарҙың тын алышы, йыл штандарттарын тапшырыу, халыҡтың театрға булған мөнәсәбәте хаҡында бәйән итеп, “Тарыуал” халыҡ театрына лауреат дипломын тапшырҙы.
Театр йылы штандартын тапшырыуға лә мөҙҙәт етте. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.Әлибаков менән район мәҙәниәт бүлеге начальнигы К. Теләүбаева Әбйәлил районы хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Раян Баян улы Фәттәхов менән район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ирек Әғзәп улы Мусинға исемле йыл штандартын тапшырҙы.
Сараға жюри ағзаһы булараҡ килгән билдәле драматург Наил Ғәйетбаев: «Быйылғы йылдың Театр йылы булыуы бик һәйбәт. Беҙҙә халыҡ бик талантлы. Ауылдағы һәүәҫкәрҙәр профессионалдарҙан ҡалышмай. Мин “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһын 10 йәшлек сағымда Баймаҡтың Буранбай ауылында ҡарағайным. Ошо тамаша мәңге иҫтә ҡалды. Шул саҡта театрға ғашиҡ булдым», - тине.
Сығыш яһаусылар үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашҡас, сәхнә Әбйәлил әртистәренә тапшырылды. Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһын ут күршеләр ҙур ихласлыҡ менән сәхнәләштерҙе. Үҙҙәренең ауылында халыҡ исемен йөрөткән театрҙары булған тарыуалдар ҡулдарын йәлләмәй сәпәкәйләп тамаша ҡылды был классик сәхнә әҫәрен.