Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Февраль 2019, 16:41

"Элгеләү" - беренсе

Мәһәҙей ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Фатима Шәғәлина етәкселегендәге «Элгеләү» халыҡ фольклор ансамбле Күгәрсен районы үҙәге Мораҡта үткән республиканың 100 йыллығына бағышланған «Тере шишмәләр» төбәк фольклор фестивалендә ҡатнашып, беренсе дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды. Улар “Станок”, “Кәтигә”, “Чижик” тигән боронғо уйын күренештәре нигеҙендә йырлы-бейеүле тамаша тәҡдим иткәндәр.

“Элгеләү”ҙәрҙе еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә илһамлы ижадтары менән тамашасыларҙы рухландырып, халҡыбыҙ гәүһәрҙәрен халыҡҡа ҡайтарып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Читайте нас: