Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Ғинуар 2019, 14:01

Быймаһы ла быймаһы!

30 ғинуарҙа 16.00 сәғәттә район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда “Быйма байрамы” үткәрә. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Төп шарт – байрамға быймала килергә кәрәк.

30 ғинуарҙа 16.00 сәғәттә район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда “Быйма байрамы” үткәрә. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Төп шарт – байрамға быймала килергә кәрәк.
Байрамдың программаһы:
- “Снайперҙар” (быйманы иң алыҫҡа ырғытыу буйынса ярыш):
- “Ритайым” (быйма кейеп иң шәп бейеүселәр араһында ярыш);
- “Быймаға мәҙхиә” (быймаға арнап үҙең ижад иткән шиғыр, таҡмаҡ, йырҙарҙы башҡарыу);
- “Фантазия” (быймаларҙы биҙәү, аксессуарҙар ҡулланыу һ.б.);
- “Күңелле уҙыштар” (ҡатнашыусылар санаға ултырып, аяҡтары менән санаһын этеп ярыша);
- “Сана эстафетаһы” (берәү санаға ултыра, икенсеһе һөйрәй, кире йүгергәндә урындары алышына);
- “Скандинавса атлау” (мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡытта дистанцияны максималь дөрөҫ техника менән үтеү).
Быймалағылар, әйҙәгеҙ, ярыштарға! Хәрәкәттә – бәрәкәт!
Белешмәләр өсөн телефондар: 3-62-51, 3-53-33.
Читайте нас в