Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Декабрь 2018, 13:04

Үәт, исмаһам, тамаша!

Район мәҙәниәт һарайында үтеп барған Ғаилә йылын ябыу һәм етеп килгән Театр йылын асыу тантанаһы үтте.

Район мәҙәниәт һарайында үтеп барған Ғаилә йылын ябыу һәм етеп килгән Театр йылын асыу тантанаһы үтте. Улай тип әйтеү генә лә аҙ – бына тигән тамаша менән һөйөндөрҙө сәхнә оҫталары: йәш ғаилә парҙарының йырҙары, башҡа номерҙар, “Тарыуал” халыҡ ансамбленең “Гөргөри кейәүҙәре” спектакленән өҙөк сәхнәләштереүе – барыһы-барыһы ла алҡыштарға күмелде. Тарыуалдар үҙҙәренең халыҡ исемен юҡҡа ғына йөрөтмәүҙәрен йәнә бер ҡат раҫлап, ысын әртистәр кеүек уйындары менән һоҡландырып, көлдөрөп, матур ял бүләк иттеләр.

Сара башында муниципаль район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов Ғаилә йылына байҡау яһаны һәм Театр йылының да һөҙөмтәле үтеүен теләне. Унан сәхнә түренә ғаилә династиялары, өлгөлө ғаиләләр саҡырылды.

Ҡыҫҡаһы, йыл матур йомғаҡланып, киләһе йылға изге фатиха бирелде.

(Сара тураһында тулыраҡ район гәзитендә уҡырһығыҙ).
Читайте нас: