Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ноябрь 2018, 16:11

Гран-при – Гөлнарала!

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы, яҡташыбыҙ – Ҡолғана ауылы ҡыҙы Гөлнара Вәлиева Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика вокалистар конкурсында Гран-при яуланы. Уға шулай уҡ “Заһир Исмәғилев әҫәрҙәрен иң яҡшы башҡарыу өсөн” тигән махсус приз да тапшырылған.

Еңеүсене БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев ҡотлап, уға Гран-при тапшырған.

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге вокалистар конкурсы 1968 йылдан башлап үткәрелә. Конкурсты ойоштороусы – Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы. Быйылғы йыр бәйгеһе республика барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығына бағышланған.
Афарин, Бөрйән ҡыҙы!

Т. СӘЙФЕТДИНОВА әҙерләне.

Читайте нас: