Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Июль 2018, 16:12

Кейеҙгә йәм биреп, йән өрөп

Эйе, ябай ғына кейеҙгә аҡыл һәм ҡул көсө, йәм биреп, йән өрөп, киләһе йылдарҙа республикала үтәсәк Бөтә донъя фольклориада байрамына етди әҙерлек алып бара Башҡортостан тула баҫыусылары.

Ошо көндәрҙә район мәҙәниәт һарайының спорт залы кейеҙ баҫыусылар менән тулды. Республика халыҡ ижады үҙәгенән О. Суткевич етәкселегендәге кейеҙ баҫыусылар 7 панно әҙерләргә тейеш. Уларҙың дөйөм темаһы – “Ҡурай - Уралтау”, “Ҡурай – Башҡортостан”, “Ҡурай – яҡты тормош”.

Ни өсөн был күсмә ултырыш урыны итеп нәҡ Бөрйәнде һайланығыҙ, тигән һорауға Сибай ҡалаһының “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, Сибай сәнғәт колледжының этносәнғәт ижады бүлегенең этностарҙы, этнографияны өйрәнеү һәм башҡарыу оҫталығы һәм техникаһы уҡытыусыһы, РФ Хөкүмәтенең ”Рәсәй йәне” наградаһына лайыҡ шәхес, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнуллина: ”Бөрйән – Башҡортостандың йөҙөк ҡашы, эпостар, тарихи легендалар төйәге”, - тип яуап бирҙе.

Эйе, ябай кейеҙ, оҫталар ҡулы ҡағылғас, моң булып ағыла, наҙ булып һарыла, ҡурай булып йырлай, тарих сөңгөлөнә – алыҫ үткәндәргә, данлы-шанлы быуаттарға алып ҡайта – милли үҙаңды уята, хис-тойғолар өйрөлтмәгенә эләктерә... Башҡорт рухы, ҡурай моңо, тауҙар шаңдағы, мәңгелектең бер миҙгеле кейеҙҙә шулай һынлана...

А. Рәжәпова.

Һүрәттә: А.Ғәйнуллина студенттары, оҫта тула баҫыусылар менән.

Читайте нас: