-24 °С
Болотло
Таҙартыу процесы бик мәшәҡәтле, ғилми-етештереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре Эудалд Гуилламет етәкселегендә губка һәм һыу тултырылған пульверизатор менән таҙартты. Шулай уҡ улар күмер менән яҙылған хәрефтәрҙе юйыу өсөн скальпель һәм бамбук таяҡсаларын файҙаланды. Һырҙар мәмерйәләге туҙан һәм махсус буяуҙар менән ҡапланды.
Рәсәйҙә был өлкәлә бер компетентлы белгес тә юҡ, һәм ошо реставраторҙы саҡырыу иң дөрөҫ ҡарар булды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Екатерина Дэвлет.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.