Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Июнь 2018, 13:36

Эстонияла Башҡорт театры актерҙары ҡатнашлығында Салауат Юлаев тураһында фильм төшөрәләр

Палдиски ҡалаһында (Эстония) Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актерҙары Морат Рафиҡов һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров «Салауат юлдары буйлап» документаль-постановка фильмы сиктәрендә сәхнәләрҙе төшөрөүҙә ҡатнаша. Актерҙар башҡорттарҙың милли геройы Салауат Юлаевты һәм уның атаһын Юлай Аҙналинды уйнай.

Палдиски ҡалаһына (Эстония) Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актерҙары Морат Рафиҡов һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров килде.


Улар «Салауат юлдары буйлап» документаль-постановка фильмы сиктәрендә сәхнәләрҙе төшөрөүҙә ҡатнаша. Актерҙар башҡорттарҙың милли геройы Салауат Юлаевты һәм уның атаһын Юлай Аҙналинды уйнай.


Костюмдар буйынса рәссам – күренекле реконструктор Илдар Ғатауллин Сәймә Хәсәнованың «Сәрби» студияһы менән берлектә костюмдар әҙерләгән. Ә рәссам-грим һалыусы тип эстон ҡыҙын Кайрит Неляндерҙы һайлағандар. Ул кино тармағында 20 йыл самаһы эшләй.


Режиссер Таңсулпан Бураҡаева һүҙҙәренсә, архив документтарҙа геройҙарыбыҙҙың аныҡ тасуирламалары һаҡланған.


«Беҙ тарихи дөрөҫлөктө үтәргә тырыштыҡ. Актерҙарҙы һайлағанда уларҙан сығып эш иттек. Күптәнән инде йәш актер Морат Рафиҡовтың ижадын күҙәтәм һәм үҙем өсөн уның Салауат Юлаевты уйнай алыуын билдәләнем, — тип һөйләй Таңсулпан Бураҡаева. — Ә Юлай Аҙналиндың образын оҙағыраҡ эҙләнем. Минең өсөн ул урта йәштәрҙәге, әммә шул уҡ ваҡытта тәрән аҡыллы ир булыуы мөһим ине. Шулай уҡ тауыштары мөһим – беҙҙә атаһы менән улының һөйләшеүҙәре күп. Мин Илдар Ғүмәровты һайланым».


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Салауат юлдары буйлап» киноэкспедицияһы Өфөнән Палдиски ҡалаһына – элекке Рогервик ҡәлғәһенә, Салауат Юлаевты һуңғы төйәгенә 30 майҙа башланып китте. Бөтә юл буйына Башҡортостан Кинематографистар союзы төркөмө Рәсәй ҡалаларында һәм ауылдарында фильм төшөрҙө.



Читайте нас в