+2 °С
Ҡар
Яңы Монасип мәҙәниәт йорто район мәҙәниәт һарайында драматург, шағир Рафаэль Сафиндың "Ҡыр ҡаҙҙары" драмаһы буйынса спектакль ҡуйҙы. Үҙешмәкәр артистар шул тиклем талантлы, һәләтлеләр, актёрҙарҙан һис тә ҡалышмай, образдарына тулыһынса инеп, ролдәрҙе оҫта башҡарыуҙары менән залда ултырыусыларҙың барыһын таң ҡалдырҙылар. Ике сәғәт барған тамашаны йотлоғоп ҡараны халыҡ, актерҙар менән бергә иланылар, көлдөләр. Тамашасылар спектаклдән матур, ыңғай тәьҫораттар алып, яҡшы кәйеф менән ҡайтты.