+13 °С
Болотло
Туймазы ҡалаһында үткән үҙешмәкәр ҡурайсыларҙың “Тылсымлы ҡурай моңо” тип исемләнгән икенсе асыҡ конкурсында райондашыбыҙ Дәүләтбай Рәхмәтуллин 45 ҡатнашыусы араһында Гран-при яуланы. Шулай уҡ уның сығышы “Иң оло ҡатнашыусы” номинацияһы менән дә баһаланды.
Ул тәүге турҙа “Ашҡаҙар”, “Таштуғай” көйҙәрен башҡарһа, икенсе турҙа быға тиклем ишетелмәгән “Бәҙриямал” тигән көйҙө ишеттергән. 85 йәшендә лә сәхнәне деү иттереп, үҙенең иңдәр араһында иң икәнен танытып йөрөгән Дәүләтбай Рәхмәтуллинды сираттағы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Был бәйгелә райондашыбыҙ Тимур Үтәғолов икенсе урынға сыҡты. Уға ла яңы үрҙәр насип булһын!