Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Ноябрь 2017, 13:36

Республика халҡы Учалы районынан «Зәңгәр ҡош» проектында ҡатнашыусы Ләйсән Золотарева өсөн тауыш бирә ала

Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек Ләйсән Золотарева «Россия 1» каналында «Зәңгәр ҡош» проектының кисәңге сығарылыш геройҙарының береһе булды. Күренекле «оркестр» ҡыҙыҡай жюриҙы үҙенсәлекле тауышы һәм бер юлы бер нисә музыка ҡоралында уйнау һәләте менән хайран ҡалдырҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр программа сыҡҡандан һуң PTICA.TV сайтында тамашасылар өсөн тауыш биреү уҙғарыла. Тапшырыу эфирға сыҡҡандан һуң аҙна дауамында оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш бирергә мөмкин.
Теләгән һәр кем бер IP-адрестан биш тапҡырға тиклем тауыш биреү мөмкинлегенә эйә. Ҡатнашыусы өсөн смс-хәбәр ярҙамында ла тауыш бирергә мөмкин. Бының өсөн мобиль телефондан ҡыҫҡа 1075 һандарына тауыш бирергә теләгән ҡатнашыусының тәртип һанын ебәрергә кәрәк. Тамашасыларҙың онлайн һәм смс-хәбәр аша ебәргән тауыштары бергә иҫәпләнә.
Башинформдан
Читайте нас: