Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Декабрь 2016, 14:41

Мәҙәниәт усағында

Тимер ауылы мәҙәниәт йортона косметик ремонт яһалды. Клуб директоры Рәүилә Баймырҙина, художество етәксеһе Филиә Ғөбәйҙуллина, китапханасы Әҡлимә Алтынбаева, йыйыштырыусы Луиза Аллабирҙиналар мәҙәниәт йортоноң иҙәндәрен буяп, территорияһын, баҡса эстәрен таҙалап, рәшәткәләрен буяштырып, кәрәк урындарҙы аҡлап сыҡҡандар.

- Мәҙәниәт учреждениеларының матди хәле бик хөрт икәне бер кемгә лә сер түгел. Әгәр үҙең ҡыбырламаһаң, бер кемдә ремонт эшләгеҙ тип ҡулыңа килтереп тоттормаясаҡ. Беҙ ҙә үҙебеҙ үткәргән концерт-дискотекаларҙан, туйҙарҙан йыйылған аҡсаға төрлө кәрәк-яраҡ алып хәлебеҙҙән килгәнсә ремонт эштәре башҡарҙыҡ. Клуб бинаһын ҡышҡылыҡ йылытыу өсөн аҡса күсте, ошо арала утын алдырырбыҙ тип торабыҙ. Шулай итеп быйылға ремонт эштәре бөттө тигәндә лә була, - ти мәҙәниәт йорто директоры Р.Баймырҙина.

Читайте нас: