

Башҡортостанда 5 мәктәпкә билдәле шәхестәрҙең исемдәре бирелде. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтендә шул туралағы ҡарарға ҡул ҡуйылған.
Благовар, Ҡыйғы, Илеш, Өфө райондары менән бер рәттән Бөрйән районының Байназар ауылы мәктәбенә лә арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың исеме бирелде. Бынан һуң Байназар мәктәбе Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе буласаҡ.
Ҡотлайбыҙ!