Мәғариф
5 Октября , 05:50

Уҡытыусы - маҡтаулы һөнәр

Мәктәп - ул белем биреү урыны ғына түгел, ә балаларҙың яҙмышын билдәләгән, уларға юл күрһәткән изге урын. Ғәҙелгәрәй мәктәбендә үҙ эшен яратҡан, намыҫлы һәм тәжрибәле уҡытыусылар эшләй.  Уҡытыусылар көнөндә һүҙебеҙ нәҡ шундайҙар - рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәғитова Гөлнәзирә Әхтәметдин ҡыҙы һәм математика уҡытыусыһы Билалова Наилә Уразбай ҡыҙы тураһында.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡытыусы  - маҡтаулы һөнәрУҡытыусы  - маҡтаулы һөнәр
Уҡытыусы - маҡтаулы һөнәр

Был ике остаздың уңыш сере уҡыусыларының имтихандарҙа өлгәшкән яҡшы һөҙөмтәләрендә сағыла.

Учалы районының Озерный ҡасабаһында, Оҙонкүл буйында үҫкән Гөлнәзирә Сәғитова бала сағында уҡытыусы булырға хыялланмаһа ла, яҙмышын балалар менән бәйләүенә һис үкенмәй. Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлап, хеҙмәт юлын Ғәҙелгәрәй мәктәбендә башлаған йәш белгес бөгөнгө көндә 35 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә тәжрибәле уҡытыусы.

“Көҙгө урманға сәйәхәттәр, Шүлгәнташҡа походтар... Ул ваҡытта сикләүҙәр ҙә, ҡурҡыу ҙа юҡ ине. Йәшлегебеҙ менән бер нәмәнән дә ҡурҡманыҡ, тәүәккәл булдыҡ”, - тип хеҙмәт юлының тәүге йылдарын һағынып иҫкә ала бишенселәрҙең класс етәксеһе булып эш башлаған Гөлнәзирә Әхтәметдин ҡыҙы.

- Сәй ҡайнатып, уйнап, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайта инек. Бер ваҡыт балаларҙы саңғыға баҫтырып, тура юлдан Шүлгәнташҡа алып киттем. Ашарға ла алмағанбыҙ. Мәмерйәгә инеп, һаҡсылар янында сәй эсеп, уйнап, ҡараңғыла кире ҡайттыҡ. Бер уҡыусымдың олатаһы беҙҙе юғалтып, эҙләп бөткән.

Аҡбулатҡа ла походҡа барғаныбыҙ булды. Балалар шаярышып, йоҡламай йөрөмәһендәр тип, ҡурҡыныс тарихтар һөйләгәйнек, улар, киреһенсә, ҡурҡып, йоҡлай алмағандар. Һәр байрам һайын балалар менән концерттар ҡуйҙыҡ, күрше ауылдарға ла сыға инек, - ти шул ваҡытта тәрбиә эштәре буйынса ойоштороусы вазифаһын да атҡарған уҡытыусы.

Гөлнәзирә Әхтәметдин ҡыҙының уҡытыуҙағы төп маҡсаты - балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү уятыу, уларҙы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтеү.

Дәүләт имтихандары - һәр уҡыусының һәм уҡытыусының ҙур һынауы. Был һынауға Гөлнәзирә Әхтәметдин ҡыҙы уҡыусыларын 8-се кластан уҡ әҙерләй башлай.

“9-сы класта төштән һуң икешәр сәғәт өҫтәмә дәрестәр үткәрәбеҙ. Балаларға шунда уҡ “бишкә бирәбеҙ” тигән маҡсат ҡуям. Шөкөр, имтихандарҙы балалар “икеле”һеҙ тапшырып киләләр. Үҙем интернет селтәренән алып, әҙер яуаптары булмаған заданиелар бирәм. Китап менән үҙҙәре шөғөлләнәләр”, - ти уҡытыусы. Яҙыу ҡеүәһен үҫтереүгә лә ул ваҡытында иғтибар бирә. “Инша һәм изложениелар яҙырға 6-сы кластан уҡ ныҡлап өйрәтә башлайым”, - ти ул.

Гөлнәзирә Әхтәметдин ҡыҙы өсөн уҡытыусы - ул белем биреүсе генә түгел, ә тәрбиәсе, икенсе әсәй ҙә. “Балаларҙы бер ваҡытта ла әрләмәйем. Әрләп уҡытмайым. Улар ҙа шуға өйрәнгәндәр: аңламаһалар, тыныс ҡына килеп һорайҙар, имтихан етә килә, тырышып, ныҡлы әҙерләнәләр. Һынауҙар алдынан уҡыусыларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә барыһы ла яҡшы булырына ышандырам”, – ти уҡыусыларына берҙәй тигеҙ ҡараған остаз.

Уның был йылы, ярҙамсыл мөнәсәбәте уҡыусыларының сикһеҙ рәхмәте булып ҡайта. “Уҡыусыларымды үҙемдең балаларым кеүек яратам. Осраһалар, “апай”, тип ҡаршылайҙар, байрамдарҙа ҡотлайҙар, онотмайҙар. Студенттар ялға ҡайтҡандарында дәрестәргә инеп ултыра, күрешә торғайнылар. Был - иң ҙур баһа”, - ти хеҙмәт ветераны.

Быйылдан филиал етәксеһе эшен дә алып барыусы педагог әйтеүенсә, коллектив  берҙәм, татыу. 22 хеҙмәткәрҙең 8-е уҡытыусылар, уҡыусылар һаны - 33.

***

Наилә Билалова - Ғәҙелгәрәй мәктәбенең ғорурлығы. Әбделмәмбәт ауылында тыуып-үҫкән ҡыҙ БДПИ-ның физика-математика факультетын тамамлай. 1994 йылдан алып бына 33 йыл бер мәктәптә эшләгән Наилә Уразбай ҡыҙы бала саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана.

Уҡытыусылыҡ уның ҡанында. Атаһы - физик, әсәһе - сит телдәр уҡытыусыһы, апайы - тәрбиәсе, ә бер туған ҡустыһы Рөстәм 30 йәшендә үк “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” исеменә лайыҡ булған.

“Бәләкәй саҡтан уҡ шифоньерҙы таҡта итеп, аҡбур менән яҙа инек. Уҡытыусы булып уйнаныҡ. Шуға күрә ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау тыуманы. Уҡытыусы һөнәрен һис икеләнеүһеҙ һайланым һәм яңылышманым”, - ти Наилә Уразбай ҡыҙы.

Ҙур тәжрибәгә эйә педагог дәүләт имтихандары системаһы индерелгән көндән алып балаларҙы был һынауҙарға 6-сы кластан уҡ әҙерләй башлай.

“Дәрестә ҡыҙыл ручка тотоп йөрөйөм. Балалар һаны аҙ булғас, һәр береһенең проблемаһын күреп, көн дә тикшереп, нығытып барырға мөмкинлек бар. Хәҙерге ваҡытта интернет селтәрендә күп ултырыуҙары сәбәплеме, балаларҙың хәтере насарайғанда, айырыуса”, - ти көндәлек контролде планы итеп алған талапсан, ғәҙел уҡытыусы.

“Имтиханға уңышлы әҙерләнеүҙең нигеҙе - ғаилә. Ай һайын йыйылыш үткәрәбеҙ. Ата-әсә имтихандың асылын аңлаһа, балаға терәк булһа ғына һөҙөмтә буласаҡ”,-ти ул.

Уҡыусылары ла һынатмай. Төрлө йылдарҙа белем алған Регина Билалова, Фидан Билалов, Резеда Мостафина, Айгиз Сәғитов, Миңзәлә Фәйзуллина, Тимур Сәғитов, Яҙгөл Сәғитова, Айгүзәл Муллағолова кеүек көслө уҡыусылар - уның тырыш хеҙмәтенең емеше.

Күптән уҡыуҙарын тамамлап, ҡайһы берҙәре инде өсәр балаға атай-әсәй булған уҡыусылары ла яратҡан, хөрмәт иткән уҡытыусыларын онотмай, байрамдар менән ҡотлап, күстәнәс-бүләктәрен тотоп киләләр.  

"Уҡытыусы кеше бөтә яҡтан да зирәк, белемле булырға, баланың төрлө донъяуи һорауҙарына ла дөрөҫ яуап бирергә, ҡыйын хәлдәрҙән сығыу юлын тиҙ табырға тейеш. Ул үҙе, тышҡы ҡиәфәте, үҙен тотошо, һөйләше менән дә балаларға өлгө булып тора", - ти "Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ һәм башҡа бихисап грамоталар, маҡтау ҡағыҙҙарына эйә Наилә Уразбай ҡыҙы.

Хеҙмәттәре юғары баһаланған Гөлнәзирә Сәғитова һәм Наилә Билалова - төрлө фәндәр уҡытыусылары. Ләкин уларҙы бер нәмә берләштерә: балаларға булған сикһеҙ һөйөү, үҙ эшенә тоғролоҡ һәм юғары профессионализм.

Уҡытыусыларҙың хеҙмәте - ул аттестаттағы билдәләр генә түгел, ә тормош юлына баҫҡан һәр уҡыусының рәхмәте һәм уларҙың артабанғы уңыштары. Ошо изге эштәрендә уларға һаулыҡ, сабырлыҡ һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.

 

 

 

 

Уҡытыусы  - маҡтаулы һөнәр
Уҡытыусы  - маҡтаулы һөнәр
Уҡытыусы  - маҡтаулы һөнәр
Уҡытыусы - маҡтаулы һөнәр
Автор:Альфина Юлчурина