Мәғариф
25 Августа , 09:50

Район етәксеһе Белем байрамы алдынан уҡытыусыһы хаҡында бәйән итте

“Биш шиғри йыйынтыҡ һәм популяр башҡорт йырҙары авторы Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы беҙгә тормошто яҡшыраҡ аңларға ярҙам итте. Уның дәрестәрендә алған кәңәштәр, һабаҡтар әле лә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә һәм һәр саҡта ла кешелекле булып ҡалырға ярҙам итә. Бындай уҡытыусылар белем биреү менән генә сикләнмәй: рухи ныҡлыҡ бирә, белем алыу, үҫеү теләге уята”, ти Рәмил Миңлеәхмәт улы..

Район етәксеһе Белем байрамы алдынан уҡытыусыһы хаҡында бәйән иттеРайон етәксеһе Белем байрамы алдынан уҡытыусыһы хаҡында бәйән итте
Район етәксеһе Белем байрамы алдынан уҡытыусыһы хаҡында бәйән итте

“Һәр кемдең тормошонда матур эҙ ҡалдырған кешеләр бар. Күптәребеҙ өсөн ул кеше – уҡытыусы. Һәр уңышлы уҡыусының артында теманы аңлатып ҡына ҡалмай, ваҡытында һәләтен таныған, үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләргә ярҙам иткән остаз тора.
Минең тыуған гимназиямда — Ишембай ҡалаһындағы Башҡорт гимназия-интернатында тап шундай уҡытыусылар булды. Барыһын да һәр саҡ ҙур ихтирам, йылылыҡ менән иҫкә алам.
Шундай уҡытыусыларҙың береһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы Кәлимуллина —Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, шағирә, публицист, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар ойошмалары ағзаһы. Биш шиғри йыйынтыҡ һәм популяр башҡорт йырҙары авторы. Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы беҙгә тормошто яҡшыраҡ аңларға ярҙам итте; уның дәрестәрендә алған кәңәштәр, һабаҡтар әле лә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә һәм һәр саҡта ла кешелекле булып ҡалырға ярҙам итә.
Бындай уҡытыусылар белем биреү менән генә сикләнмәй: рухи ныҡлыҡ бирә, белем алыу, үҫеү теләге уята. Улар киләсәгебеҙҙе формалаштыра. Тап шуға ла уҡытыусы һөнәре хаҡлы рәүештә йәмғиәттә иң абруйлы һәм әһәмиәтле һөнәрҙәрҙең береһе тип иҫәпләнә. Уҡытыусы абруйы – ул маҡтаулы исем йәки награда ғына түгел, ә уның артында торған ғәйәт ҙур йөкләмә, оло яуаплылыҡ.
Бөгөн уҡытыусы һөнәренең абруйы йәмғиәттә хөрмәт итеү генә ҡайтып ҡалмай; ул шулай уҡ ысынбарлыҡтағы эш шарттарын, һөнәри үҫеш һәм ярҙам, дәүләттән дә, йәмғиәттән дә танылыу мөмкинлектәрен үҙ эсенә ала. Уҡытыусы эшенең әһәмиәтен билдәләп, Рәсәй Президенты мөһим документҡа — 2026 йылдың 20 июлендәге 498-се Указға ҡул ҡуйҙы. Уҡытыусы һөнәренең айырым статусы һәм йәмғиәт өсөн мөһимлеге рәсми рәүештә раҫланды.
Йыл һайын яңы уҡыу йылы башланыр алдынан үткәрелгән август конференцияһы беҙҙең районда 26 август көнө үтәсәк. Был сара үткән уҡыу йылы һөҙөмтәләрен ҡарау, яңы маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйыуҙан тыш уҡытыусы һөнәренең мөһимлеген билдәләү, үҙ эшен бөтә күңелен һалып башҡарыусы педагогтарҙы тәбрикләү мөмкинлеге лә булып тора.
Барлыҡ уҡытыусыларға ла баһалап бөткөһөҙ фиҙакәр хеҙмәте өсөн оло рәхмәтемде белдерәм! Яңы уҡыу йылы һеҙгә яңы үрҙәр, яңы ҡаҙаныштар ҡыуанысы алып килһен!”, - тип яҙҙы https://vk.ru/ramilabdullinburzyan төркөмөндә район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин.

Район етәксеһе Белем байрамы алдынан уҡытыусыһы хаҡында бәйән итте
Район етәксеһе Белем байрамы алдынан уҡытыусыһы хаҡында бәйән итте
Район етәксеһе Белем байрамы алдынан уҡытыусыһы хаҡында бәйән итте
Район етәксеһе Белем байрамы алдынан уҡытыусыһы хаҡында бәйән итте
Район етәксеһе Белем байрамы алдынан уҡытыусыһы хаҡында бәйән итте
Район етәксеһе Белем байрамы алдынан уҡытыусыһы хаҡында бәйән итте
Автор:
Читайте нас