

Райондың 13 мәктәбе конкурс аша үтеп ошо проекттың ҡатнашыусылары исемлегенә инде. Проект буйынса Әбделмәмбәт, Байназар, Ырғыҙлы, Иҫке Собханғол, Яңы Собханғол, Ағиҙел ҡасабаһы, Иҫке Монасип, Кейекбай, Ҡотан, Ҡурғашлы, Яңы Монасип мәктәптәренең, Баҙал һәм Иҫке Собханғол башланғыс мәктәп-балалар баҡсаларының кабинеттары йыһазландырыласаҡ.
Бөгөнгө көндә ҡоролмаларҙы алып килеү өсөн контракттар төҙөлгән һәм июнь айында уҡ кабинеттарҙы заман талаптарына ярашлы йыһазландырыу буйынса эштәр башланған. Атап әйткәндә, физика кабинетында астрономик демонстрацион модель (ҡояш-ер-ай), барометр-андроид, веб-камера, оптик приборлы видеокамера, виртуаль планетарий, яҡтыртҡыслы глобустар, документ-камера, лаборатория өҫтәле, микроскоп, музыка кабинетында акустик пианино, тынлы инсрументтар йыйылмаһы, балалар өсөн музыка уйын ҡоралдары, перифериялы компьютер, күсмә мобиль акустик система, микрофон, һынлы сәнғәт кабинетында мольберт, геометрик есемдәрҙең һәм үҫемлектәрҙең, йәшелсә-емештәрҙең гипс моделдәре комплекты, компьютер йәки ноутбук һәм башҡа бихисап әйберҙәр урынлаштырыла. Яңы ҡоролмалар ҡуйылған кабинеттар яңы уҡыу йылына әҙер буласаҡ тип күҙаллана.