Мәғариф
5 Августа , 12:00

Бер түгел 5 ҡыҙыл диплом!

Ошондай матур яңылыҡ менән Иҫке Собханғолда йәшәүсе мәғариф ветераны Зәбирә Йәнтусова бүлеште.

Бер түгел 5 ҡыҙыл диплом!Бер түгел 5 ҡыҙыл диплом!
Бер түгел 5 ҡыҙыл диплом!

Зәбирә Мөлөк ҡыҙының өлкән улы Ғаяздың ҡыҙы Гөлшат Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетын быйыл бер түгел 5 ҡыҙыл дипломға тамамлаған икән. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле уҡытыусыһы, ҡытай теле уҡытыусыһы, сит тел булараҡ, рус теле уҡытыусыһы, төбәк теле- һәм радиожурналист һөнәрҙәрен алған йәш белгес артабан белемен ҡытай теле буйынса камиллаштырырға йыйына.


- Бер йыл Ҡытайҙа ла уҡып ҡайтты ҡыҙым. Уҡыуы менән бер рәттән телгә өйрәтеү буйынса онлайн эшләп тә йөрөй, консультациялар бирә, яҙғыһын Сочи ҡалаһында уҙған бер ҙур сарала ҡытай теле буйынса тәржемәсе булып та йөрөнө. Бәләкәйҙән шулай тырыш, маҡсатлы ул.

Миңә ҡунаҡҡа килгән сағында 5 йәшендә генә уҡырға өйрәнгәйне.


Өлкән ейәнсәрем Гөлдәр М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында психологҡа уҡыны. Әле кейәү менән Төркиәлә торалар, бүләсәрем бар.

Мирас улым аграр университетта 3-сө курста белем ала.

Һамар ҡалаһында практика үтеп ҡайтты ла, Саҡмағошҡа уңыш йыйырға китте. Техниканы ныҡ ярата. Хәҙер бит улары ла заманса – тракторға аҡ носкиҙа ғына инеп ултырам, иҙәнендә таҙа келәм, телефонды, төшкө ашты ҡуйып торорға махсус урындар, бәләкәй генә һыуытҡыс, яҡтыртҡыстар, төрлө функциялы төймәләр бар, эшләүе үҙе бер кинәнес, тип һөйләй улым.

Бәләкәй ҡыҙыбыҙ Гөлсөм быйыл Р. Ғарипов исемендәге гимназияны яҡшы ғына тамамаланы, - ти өләсәй кеше, ейән-ейәнсәрҙәре менән ғорурланып.
Артабан да балаларының изгелеген күреп, ҡыуанып-шатланып ҡына йәшәргә яҙһын уға.

Автор:Г. Хафизова
Читайте нас