Мәғариф
28 Июль , 03:45

1-се кластарға мәктәп кәрәк-яраҡтары тупланмаһына ғариза ҡабул итеү тамамлана

Мәктәп кәрәк-яраҡтары тупланмаһы күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән беренсе класс уҡыусыларына бирелә. Комплектта нимәләр бар?

1-се кластарға мәктәп кәрәк-яраҡтары тупланмаһына ғариза ҡабул итеү тамамлана1-се кластарға мәктәп кәрәк-яраҡтары тупланмаһына ғариза ҡабул итеү тамамлана
1-се кластарға мәктәп кәрәк-яраҡтары тупланмаһына ғариза ҡабул итеү тамамлана

Мәктәп кәрәк-яраҡтары тупланмаһы күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән беренсе класс уҡыусыларына бирелә.

Комплектта нимәләр бар?

Комплектта 22 предмет: дәфтәрҙәр, тышлыҡтар, көндәлек, ручкалар, ҡәләмдәр, буяуҙар, пластилин, пенал, ранец һәм яҡтылыҡ ҡайтарғыс жилет. Тупланманы 1 сентябргә тиклем алырға мөмкин.

Беренсе класс уҡыусыларына тупланмаға ғаризалар 1 майҙан 31 июлгә тиклем ҡабул ителә.

Башҡортостанда хәҙер 75 мең ишле ғаилә йәшәй. Был 2020 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ҡарағанда 14% күберәк. 2025 йылда уларға ярҙам күрһәтеү 1,25 миллиард һум йүнәлтелгән.

“Башинфом”дан.

 

1-се кластарға мәктәп кәрәк-яраҡтары тупланмаһына ғариза ҡабул итеү тамамлана
1-се кластарға мәктәп кәрәк-яраҡтары тупланмаһына ғариза ҡабул итеү тамамлана
1-се кластарға мәктәп кәрәк-яраҡтары тупланмаһына ғариза ҡабул итеү тамамлана
Автор:
Читайте нас