

Иҫке Собханғол мәктәбенең 11-се класын 44 уҡыусы тамамланы. Улар араһында 8 уҡыусы алтын миҙалға лайыҡ булды: Рузалина Арыҫланғужина, Айлина Әхмәтова, Илнар Әхмәтов, Йәмилә Ғүмәрова, Юлиә Ҡурамшина, Батыр Мәхмүтов, Динә Мирасова, Гөлшат Сәлихова).
3 уҡыусыға көмөш миҙал тапшырылды: Самохина Оксана, Асылбаева Раушания, Исламова Наҙгөл.
Берҙәм дәүләт имтихандарын да уңышлы тапшырған улар - 12 уҡыусы юғары балл алыуға өлгәшкән.
Аттестат тапшырыу тантанаһында ун беренселәрҙе мәктәп директоры Әхәт Әбдрәхимов, район Советы рәйесе Илшат Ишбулатов, уҡытыусылар, ата-әсәләр ҡотлап, аҡ юл теләне.