

“Урал батыр” класы асылды
Иҫке Монасип мәктәбендә “Урал батыр” эпосын өйрәнеү класы асылды.
Иҫке Монасип ауыл хакимиәте башлығы Илгиз Муллағолов йыйылған халыҡты сәләмләп, мәктәптең, ғөмүмән, ауылдың тарихи ваҡиғаһында ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.
Мәктәп етәксеһе Марина Йыһанурова мәктәп тормошо тураһында бәйән итеп, берҙәм, тырыш коллектив, дәртле уҡыусылар, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торған ата-әсәләр менән генә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп буласағын һыҙыҡ өҫтөнә алып: “Халҡыбыҙҙың ҡомартҡыһы булған бөйөк “Урал батыр” эпосын ныҡлы өйрәнеп, халҡыбыҙҙың йолаларын хөрмәт итеп, киләсәк быуынға аманат итеп ҡалдырайыҡ, балаларыбыҙҙы рухлы, илһөйәр итеп тәрбиәләйек”, - тине.
Ысынлап та, “Урал батыр” эпосын өйрәнеү, балаларға еткереү, халыҡ араһында пропагандалау эшендә Иҫке Монасип мәктәбе бик әүҙем ҡатнашҡан. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәғиҙә Истәкова ветеран уҡытыусыларға мөрәжәғәт итеп, белешмә йыйған. “Документтарға нигеҙләнеп, шуны әйтергә була: Иҫке Монасип мәктәбе уҡыусылары 1998 йылдан бирле район, республика конкурстарында әүҙем ҡатнашҡан”, - тине һәм төрлө йылдарҙа еңеүҙәр яулаған уҡыусыларҙы һанап үтте Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы.
Иҫке Монасип уҡыусыларының рухлы сығыштары байрамдың матур биҙәге булды. Республика кимәлендә үҙен иң көслө командаларҙың береһе итеп танытҡан фольклор коллективы үткән йылдарҙа йыландар, артабан Аҡбуҙат образдарын сағылдырһа, быйыл Ҡатил батша донъяһын сәхнәләштерҙе.
Эпостың яртыһын тиерлек ятлаған 7-се класс уҡыусыһы Исмәғил Йыһануровтың думбырала уйнап, Аҡбуҙатты һынландырған сығышы тамашасыларҙың көслө алҡыштарына күмелде.
Әйткәндәй, уның уңыштары бихисап. “Аҡһаҡ ҡола” эпосын ятҡа һөйләп, “Урал балалары тауышы” конкурсында ла, декабрҙә ЮНЕСКО тарафынан үткәрелгән 40 илдән ҡатнашыусылар булған онлайн конкурста ла еңеүсе булған. “Урал батыр” эпосын яратҡан үҫмер ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнгән, быйыл думбырала сиртергә лә оҫтарып алған.
Мәктәп етәкселеге юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусыларҙың тырышлығын баһаланы - йәш сәсәндәр Исмәғил Йыһануровҡа, Таңһылыу Сәғитоваға, Динис Көнәфинға, Денир Һатыбаловҡа диплом, маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Әлбиттә, эпостың ниндәй әһәмиәткә эйә булғанын төшөнгән балаларҙы тәрбиәләү бик мөһим. Был юҫыҡта сценарийҙың авторы һәм сәхнәгә ҡуйыусыһы Рәғиҙә Истәкова, образдарҙың костюмдарын, битлектәрен, сәхнә декорацияһын эшләүсе оҫталар - рәсем уҡытыусыһы Гөлфирә Көнәфина һәм мәктәп директоры, хеҙмәт уҡытыусыһы Марина Йыһануроваларҙың тынғыһыҙ хеҙмәте ҙур баһаға лайыҡ. Улар милли мираҫты һаҡлау, йәш быуында үҙ халҡының тарихына ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, һүҙ сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу буйынса маҡсатлы эш алып бара.
Район мәғариф бүлеге методисы Илүзә Ырыҫбаеваның сығышы ла “Урал батыр” эпосының тәрбиәүи йүнәлештәренә бағышланды. “Ни өсөн “Урал батыр” кластары асыла тигәнерәк һорауҙар килә. Шуға яуап итеп, төп идеяны билдәләп үтеү мөһим”, - тине һәм эпостағы аманат һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатып, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙең 10 йүнәлешен асып һалды ул.
Мәҫәлән, “Тау буйҙары йәшәрһен, мәңге үлмәҫ төҫ алһын” – тәбиғәтте һаҡлау, эргә-тирәне йәшелләндереү буйынса алып барылған эштәрҙе, “Күккә менер баҫҡысһыҙ, ерҙе асыр асҡысһыҙ” – ғилем юлында уңышҡа өлгәшкән йәштәр менән осрашыуҙар үткәреүҙе күҙ уңында тота.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Вәлиева:
-“Урал батыр” эпосын өйрәнеү буйынса беҙҙең районда эш күптән башланған. Был эш артабан да дауам итәсәк. Район мәктәптәренең һәр береһендә “Урал батыр” класы булырға тейеш, - тине һәм “Шүлгәнташ мәмерйәһе” музей комплексы менән берлектә ойошторолған “Урал батыр” эпосын ғаилә менән уҡыйбыҙ” видеомарафоны ҡатнашыусылары, Ағиҙел биҫтәһендә йәшәүсе Наил һәм Гөлгөнә Бикбулатовтар ғаиләһенә музейҙың бүләген тапшырҙы.
Байрамдың беренсе өлөшө уҡыусыларҙың һәм Ибраһимовтар ғаиләһенең “Урал батыр” эпосының ҡанатлы һүҙҙәрен бергәләп ятҡа һөйләү менән тамамланды.
“Урал батыр” эпосын өйрәнеү класын асыу хоҡуғы мәғариф ветераны Роза Ғүмәроваға, хаҡлы ялдағы мәктәп директоры Ривал Баймырҙинға һәм “Урал батыр” эпосын иң яҡшы белеүсе” конкурсы еңеүсеһе Исмәғил Йыһануровҡа бирелде.
Класҡа инеүселәрҙе Аҡбуҙатҡа атланған Урал батыр һәм Һомай образдарын сағылдырған ҙур панно ҡаршы алды. Гөлфирә Көнәфинаның ижадына һоҡланмау мөмкин түгел - тотош бер стенаны тәшкил иткән һүрәткә хайран ҡалырлыҡ. Унан тыш, “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!” стендында фотолар, рәхмәт һәм маҡтау ҡағыҙҙары урын алған. Уҡыусыларҙың эпосҡа арналған һүрәттәренән күргәҙмә ҡуйылған.
Түңәрәк өҫтәлгә йыйылыусыларға Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙының “Урал батыр” эпосының йөкмәткеһе буйынса төҙөлгән сценарийҙары, тәрбиәүи эштәре, өҫтәл уйындары, шулай уҡ яһалма зиһен ярҙамында эшләнгән видеоһы тәҡдим ителде.
Сарала ҡатнашыусы мәғариф ветерандары Эльмира Әминева, Гәрәй Йомағолов, Ривал һәм Фәнүзә Баймырҙиндар, Роза Ғүмәрова, Нәсимә Сәғитова, Вәзимә Мәзитова, Фәниә Яҡшыбаева, Нәсимә Шәрәфетдиновалар “Урал батыр” эпосын өйрәнеү класы эшләй башлауына һөйөнөстәрен белдерҙеләр, тарихҡа байҡау яһанылар, иҫтәлекле фотолар һәм яҙмалар менән уртаҡлаштылар. Шулай уҡ быйыл 28-се тапҡыр ойошторолған “Урал батыр” эпосын ятлау буйынса республика конкурсын киләсәктә Бөрйәнгә ҡайтарыу мәсьәләһен һәм башҡа һорауҙарҙы күтәрҙеләр.
Сара һуңында “Урал батыр” эпосын өйрәнеүгә тормоштарын бағышлаған, уны һаҡлау, киләһе быуындарға еткереү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарған күренекле яҡташтарыбыҙҙы, фольклорсы ғалимдарыбыҙҙы, сәсәндәребеҙҙе оло хөрмәт менән иҫкә алып, доға ҡылынды.
Халҡыбыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә һәм рухи ҡиммәттәренә ихтирам күрһәтеү билдәһе булараҡ ойошторолған байрам барыһының да күңеленә хуш килде, сарала ҡатнашыусылар, үҙҙәре әйтеүенсә, дәртләнеп, ҡайтҡас та эпосты тағы бер тапҡыр уҡып сығыу теләге менән рухланып ҡайтты.
Ә. ЮЛСУРИНА.