

2027 йылдың 1 сентябренән Рәсәй мәктәптәренең өлкән синыфтарына яңыртылған федераль дәүләт белем биреү стандарты индерелә. Ул нимәнән ғибарәт?
Уға ярашлы, уҡыусылар бөтә предметтарҙы база кимәлендә өйрәнеү менән сикләнәсәк. Әлегә ике предметты тәрән өйрәнеү талап ителә.
Йәнә математика, физика, химия һәм биология буйынса программалар үҙгәрә. Уларҙа теорияға ҡарағанда тормошта файҙалы булыу, ғәмәлиәттә ҡулланыу яғы өҫтөнлөк аласаҡ. Шулай уҡ яһалма зиһен технологияларын өйрәнеү индерелә.
Был турала Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов хәбәр иткән.
Сығанаҡ: “Башинформ”.