

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, рус теленән имтихан - аттестат алыу өсөн мотлаҡ булған ике предметтың береһе. Шулай уҡ рус теле буйынса БДИ йомғаҡтары теләһә ҡайһы йүнәлештәге вузға ингәндә лә талап ителә.
Быйыл 16,3 мең сығарылыш кластары уҡыусылары рус теленән берҙәм дәүләт имтиханы яҙа. Был иң массалы ике имтихандың берәүһе. Уны үткәреү өсөн 162 пункт эшләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, рус теленән имтихан - аттестат алыу өсөн мотлаҡ булған ике предметтың береһе. Шулай уҡ рус теле буйынса БДИ йомғаҡтары теләһә ҡайһы йүнәлештәге вузға ингәндә лә талап ителә.
Имтихан ике өлөштән һәм 27 заданиенан тора. Тәүге өлөштә ҡыҫҡа яуаптар талап иткән 26 задание. Икенсе өлөштә уҡыған текст нигеҙендә үҙ фекереңде булдыра алыу-алмауыңды тикшереүсе инша яҙырға кәрәк.
Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы марафоны 1 июндә старт алды. Уҡыусылар быға тиклем һайлау буйынса тарих, рус әҙәбиәте һәм химия буйынса имтихан тапшырҙы. 8 июндә уҡыусыларҙы тағы иң массалы һәм мотлаҡ имтихан – математика фәненән һынау көтә.
Фото: ИА «Башинформ» | Архив