

“Бөгөн беҙҙең лагерҙа тағы ла бер мауыҡтырғыс һәм файҙалы көн — «Кулинария көнө» үтте! Балалар ашнаҡсылыҡ серҙәренә төшөндөләр һәм сәләмәт тормош тураһында күп яңы мәғлүмәт алдылар.
Иртәнге зарядка һәм тәмле аштан һуң көнөбөҙҙөң иң мөһим өлөшө башланды. Беҙгә ҡунаҡҡа ауыл фельдшеры Боҫҡонова Гүзәл апай килде. Ул балаларға «Һау-сәләмәт булыу бик шәп» темаһына ҡыҙыҡлы һәм бик файҙалы әңгәмә үткәрҙе. Гүзәл апай дөрөҫ туҡланыуҙың, витаминдарҙың һәм физик әүҙемлектең сәләмәтлек өсөн ни тиклем мөһим булыуын аңлатты.
Артабан ҡыҙҙар өсөн иң көтөлгән мәл етте! Улар мәктәп ашнаҡсылары менән бергә аш-һыу әҙерләү серҙәренә төшөндөләр. Тәжрибәле ашнаҡсылар йәш хужабикәләргә ябай, ләкин тәмле ризыҡтар әҙерләүҙең үҙенсәлектәрен күрһәтте, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Бәлки, киләсәктә улар араһынан билдәле ашнаҡсылар сығыр!
Практик дәрестән һуң ҡыҙҙар фантазияларын эшкә егеп, пластилиндан төрлө сағыу һәм аппетитлы тәмлекәстәр әүәләнеләр. Күҙ алдына килтереп булмаҫлыҡ торттар, пирожныйҙар, емеш-еләктәр барлыҡҡа килде!
Ә был ваҡытта малайҙар спорт майҙансығында пионербол уйнап, көс һәм етеҙлек күрһәттеләр.
Шулай уҡ ҡыҙҙар бик мауығып «Әлләсе» тигән уйынды уйнанылар, зирәклектәрен һәм тапҡырлыҡтарын һынанылар.
Был көн балаларға яңы белемдәр, файҙалы күнекмәләр һәм бик күп ыңғай эмоциялар бүләк итте. Лагерҙың был көнө ысынлап та файҙалы һәм мауыҡтырғыс үтте!”, тип хәбәр итәләр, мәҫәлән, лагерҙың сираттағы көнө тураһында https://vk.com/abdulmambet_school төркөмөндә.