Мәғариф
29 Мая , 04:05

Яуымбай уҡыусылары географияны шәп белә икән!

28 майҙа Өфөлә спилс-карталарҙы тиҙлеккә йыйыу буйынса республика чемпионатының төбәк этабы үтте. Ҡатнашыусылар, өлөш-пазлдарҙан (спилстарҙан) административ карталар йыйып, Рәсәй һәм тыуған төйәк географияһын белеүҙә ярыштылар. Беҙҙең команда 1-се урын яуланы! Командала Яуымбай мәктәбенән өс уҡыусы ҡатнашты.

Яуымбай уҡыусылары географияны шәп белә икән!Яуымбай уҡыусылары географияны шәп белә икән!
Яуымбай уҡыусылары географияны шәп белә икән!

28 майҙа Өфөлә спилс-карталарҙы тиҙлеккә йыйыу буйынса республика чемпионатының төбәк этабы үтте. Ҡатнашыусылар, өлөш-пазлдарҙан (спилстарҙан) административ карталар йыйып, Рәсәй һәм тыуған төйәк географияһын белеүҙә ярыштылар. Беҙҙең команда 1-се урын яуланы! Командала Яуымбай мәктәбенән өс уҡыусы ҡатнашты.

 

Беҙҙең район данын Байназар мәктәбенең Яуымбай филиалы уҡыусыларынан торған команда яҡланы. Йыйылма команда составында өс 8-се класс уҡыусыһы ине: Миңзифа Вәлитова, Заһит Мостафин һәм Нурия Хәйбуллина.

Беҙҙең уҡыусыларҙың сығыш һөҙөмтәләре түбәндәгесә:

-команда зачетында (РФ картаһын йыйыу) – 1-се урын;

-шәхси беренселектә (РФ картаһын йыйыу) – Нурия хәйбуллина – 2-се урында;

-шәхси беренселектә (БР картаһын йыйыу) – Нурия Хәйбуллина – 3-сө урында.

Нурияны, Миңзифаны һәм Заһитты һәм уларҙың остазы Фаяз Бирғәле улы Ғиззәтуллинды бик яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең белемегеҙ, тиҙ реакцияғыҙ һәм ысын команда рухы менән яныуығыҙ ғорурлыҡ уята. Балаларҙың ата-әсәләренә лә ярҙамдары өсөн мәғариф бүлеге рәхмәт белдерә.

Сығанаҡ: район мәғариф бүлеге сайты.

Яуымбай уҡыусылары географияны шәп белә икән!
Яуымбай уҡыусылары географияны шәп белә икән!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас