Мәғариф
28 Мая , 12:05

Улы әсәһе исемендәге премияны 20-се йыл рәттән тапшырҙы

Байғаҙы ауылында тыуып-үҫеп, бөгөнгө көндә Өфөлә сауҙа-иҡтисад колледжы директоры булып эшләүсе Ришат Хажғәле улы Сабитов инде 20-се йыл рәттән тыуған ауылы Байғаҙылағы мәктәптә һуңғы ҡыңғырау тантанаһында ҡатнаша. Ҙур миссия үтәй ул.

Улы әсәһе исемендәге премияны 20-се йыл рәттән тапшырҙыУлы әсәһе исемендәге премияны 20-се йыл рәттән тапшырҙы
Улы әсәһе исемендәге премияны 20-се йыл рәттән тапшырҙы

Байғаҙы ауылында тыуып-үҫеп, бөгөнгө көндә Өфөлә сауҙа-иҡтисад колледжы директоры булып эшләүсе Ришат Хажғәле улы Сабитов инде 20-се йыл рәттән тыуған ауылы Байғаҙылағы мәктәптә һуңғы ҡыңғырау тантанаһында ҡатнаша. Ҙур миссия үтәй ул.

-Өҫтәге һүрәттә һулдан икенсе – минең Әсәйем. Уның В. И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институты студенткаһы булған мәлендәге фотоһы. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, ул үҙ мәктәбенә уҡытыусы булып ҡайта. Уның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Хәҙер ул уҡытҡан мәктәптә йыл һайын минең тарафтан булдырылған Фәрзәнә Исрафил ҡыҙы Сабитова исемендәге премия тапшырыла. Был премия рус теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙә иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусыға тәғәйенләнгән.

Быйыл 20-се премияны тапшырҙым, - ти Байғаҙы ауылының арҙаҡлы улы Ришат Сабитов.

Фәрзәнә Исрафил ҡыҙы, ысынлап та, ошондай ҙур ихтирамға лайыҡлы шәхес ине. Уның үткәргән дәрестәре әле лә күҙ алдымда. Һәр йәһәттән йыйнаҡ, бөхтә, үҙ фәнен бик яҡшы белгән һәм уҡыусыларына ҡарата талапсан Фәрзәнә Исрафил ҡыҙын бөгөн дә Уҡытыусы эталоны тип ҡабул итәм. Мәктәп йылдарында минең иң яратҡан һәм ихтирам иткән уҡытыусым да ул ине.

Ришат Хажғәле улының әсәһен шулай ҙурлауы үҙе ҙур ихтирамға лайыҡ ғәмәл.

Т. Баһауетдинова.

Улы әсәһе исемендәге премияны 20-се йыл рәттән тапшырҙы
Улы әсәһе исемендәге премияны 20-се йыл рәттән тапшырҙы
Улы әсәһе исемендәге премияны 20-се йыл рәттән тапшырҙы
Улы әсәһе исемендәге премияны 20-се йыл рәттән тапшырҙы
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас