

Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова һәм Яуымбай филиалының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, БР Хөкүмәтенең Гранты эйәһе Сәйәхова Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы - Аманат” журналының М. Аҡмулла исемендәге премияһына лайыҡ булдылар.
Күп йылдар "Аманат" журналын мәктәптә әүҙем яҙҙырғаны, таратҡаны һәм пропагандалағаны өсөн лайыҡлы бүләктәрен уларға журналдың баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин тапшырҙы. Талантлы, әүҙем педагогтарҙы уңыштары менән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Байназар мәктәбе артабан да уҡыусыларының барыһы ла "Аманат"ты уҡып үҫкән, рухлы балалар тәрбиәләнгән алдынғы уҡыу йорто булып ҡалһын.
Әйткәндәй, 22 май көнө Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбендә Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова дәрестән тыш эшмәкәрлек сиктәрендәге "Ҡаурый ҡәләм" түңәрәгендә шөғөлләнеүсе 5А класы уҡыусылары менән ата - әсәләре алдында түңәрәктең йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһанылар.
"Ҡаурый ҡәләм"дә шөғөлләнгән уҡыусыларҙың ижади яҡтан һәләттәре "Аманат" журналы, "Йәншишмә" гәзите биттәрендә, шулай уҡ ҡулъяҙма китапсыҡтарҙа киң урын алыуы маҡтауға лайыҡ.