Мәғариф
14 Мая , 10:20

Бөрйән ҡыҙы Рәсәй наградаһына лайыҡ булды!

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандан 5 кешене дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйған. Улар араһында "Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы" исеменә лайыҡ булған Бөрйән ҡыҙы ла бар.

Бөрйән ҡыҙы Рәсәй наградаһына лайыҡ булды!Бөрйән ҡыҙы Рәсәй наградаһына лайыҡ булды!
Бөрйән ҡыҙы Рәсәй наградаһына лайыҡ булды!

Өфөләге 20-се гимназия уҡытыусыһы, Байназар ауылы ҡыҙы Гөлназ Әнүәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова (Исламғолова) “Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән исемгә лайыҡ булды.

 Гөлназ Әнүәр ҡыҙы - педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2009).

Гөлназ Әнүәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова (Исламғолова) 1976 йылдың 16 ғинуарында  Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.

Байназар урта мәктәбендә уҡый. 1997 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетының башланғыс кластар факультетын тамамлай. Уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген 1997 йылда Өфө ҡалаһының Октябрь районы 42-се мәктәбендә башлай. 2010 йылдан алып 159-сы урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 2018 йылдан — Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында уҡытыусы.

Гөлнәз Әнүәр ҡыҙы — 2010 йылдың 25 — 26 мартында үткән Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының Х съезы һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре:

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2009;
  • «Башҡортостан баш ҡалаһы Йыл уҡытыусыһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2009» конкурсы лауреаты;
  • 2009 йылда «Педагог-тикшеренеүсе» профессиональ педагогия конкурсы еңеүсеһе;
  • 2013 йылда «Мастер-педагог» профессиональ педагогия конкурсында еңеүсе;
  • XIV төбәк-ара «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йылы уҡытыусыһы — 2009» конкурсында Гран-при яуланы;
  • 2009 йылда «Туған телдәр уҡытыусыларының, шул иҫәптән урыҫ теленең Бөтә Рәсәй мастер-класы» конкурсында беренсе урын алды.

Афарин, Гөлназ Әнүәр ҡыҙы! Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас