

Олимпиадала Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡытыусыһы Резеда Ғәйзулла ҡыҙы Сәғитованың дүрт уҡыусыһы еңеүсе булыуға өлгәшеп, 18 апрелдә бүләкләү тантанаһында булып ҡайттылар.
Бына улар: 11-се класс уҡыусылары Әхмәтова Гөлназ, Һатыбалова Айдилә, 9-сы класс уҡыусыһы Сәғитова Гөлнәзирә, 8-се класс уҡыусыһы Ишморатова Камила.
Афарин, уҡыусылар! Һуңғы йылдарҙа башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙың бәҫе бермә-бер күтәрелде. Юғары уҡыу йорттарына ингәндә, филология йүнәлеше буйынса ғына түгел, бүтән йүнәлештәргә лә берҙәм дәүләт имтихандарына бал өҫтәлеүе уҡыусыларҙы дәртләндереүгә сәбәп булып тора. Йылдан-йыл туған тел буйынса еңеүселәр һәм призерҙар арта бара. Уҡыусыларға алдағы тормошонда ла тик еңеүҙәр теләйбеҙ!
Сығанаҡ: https://vk.com/mkuroo