Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Март , 08:40

Телдән имтихан индерелә

Уҡыусылар телдән имтихан тапшыра башлаясаҡ. Ниндәй фәндән? Ҡасандан башлап?

Телдән имтихан индерелә
Телдән имтихан индерелә

Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов туғыҙынсы класты тамамлаусыларҙы аттестациялауҙа үҙгәрештәр тураһында белдерҙе. Был тарих буйынса телдән имтиханға ҡағыла.

«Туғыҙынсылар 2027-2028 уҡыу йылынан төп дәүләт имтиханы алдынан тарих буйынса телдән имтихан тапшыра», — тип министрҙың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.

Был яңылыҡ 2027-2028 уҡыу йылынан үҙ көсөнә инә.

"Башинформ"дан.

Фото: «Электрогазета» / архив

Автор:
Читайте нас