Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Ғинуар , 07:00

Компьютерҙа программалар эшләй

Артур Аҡҡужин Иҫке Собханғол урта мәктәбен 2023 йылда алтын миҙалға тамамлай. Мәктәп йылдарында төрлө олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Айырыуса физика менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Класс етәксеһе Фәнүзә Хәкимова етәкселегендә фәнде ныҡлап өйрәнеүе уны ҙур еңеүгә килтерә – сығарылыш класында уҡығанда Өфө дәүләт нефть-техник университеты үткәргән олимпиадала 2-се урын яулай. Бөгөнгө көндә Артур Өфө дәүләт нефть-техник университетының мәғлүмәт һәм социаль технологиялар юғары мәктәбе факультетында 3-сө курста белем ала.

Компьютерҙа программалар эшләй
Компьютерҙа программалар эшләй

Беренсе курстан алып тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән Артур имтихандарын автоматик рәүештә тапшыра килә, йәғни вуз уҡытыусылары уны бөтә предметтарҙан да азат итеп, “автоматик” “4” йә “5”-ле ҡуялар.
Яҡшы уҡыуҙан тыш, Артур үҙ аллы програм-малаштырыуҙы өйрәнә. Быйылғы уҡыу йылында ул һәм тағы 3 студент бер төркөм булып Мәскәү ҡалаһында үткән “Хакатон Т1” IT-программистарҙың интеллектуаль конкурсында ҡатнаша. 1200 конкурсант көс һынашҡан фәнни проектта еңеп сығып, 3-сө урын яулайҙар һәм 100 мең һумлыҡ грантҡа эйә булалар.
“Конкурстың 1-се туры дистанцион форматта үткәрелде. 3 көн эсендә “Киләсәк әңгәмәһе” кейсын, йәғни виртуаль интервью алыусы менән техник әңгәмәләшеү өсөн яһалма интеллект платформаһын булдырыу талап ителде. Был проектта 80 команда ҡатнашты”, - ти Артур.
Киләсәктә лә ҡыҙыҡлы, ҙур олимпиадаларҙа ҡатнашырға иҫәп тотҡан тырыш студенттың уңыштарына мәктәп уҡытыусылары ла һөйөнә.
-Район уҡыусылары һәйбәт уҡыуҙары менән мәктәбебеҙҙең данын күтәрә. Ҡайһы ғына университетта уҡыһалар ҙа беҙҙең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәйҙәр. Ошондай аҡыллы, шәп уҡыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ, - тиҙәр улар.
“Буласаҡ студенттар тырышып уҡыһындар. Уҡыу өсөн талант кәрәкмәй, тырышлыҡ кәрәк, тик ялҡау булмаһындар. Уҡытыусылар ҡушҡан эштәрҙе ваҡытында тапшырыу уңыштың 80 проценты, тиһәң дә була. Ҡыҙыл диплом алам тип тырышмайым, миңә алған белемем һәм хеҙмәтем мөһим, - ти программалау менән 14 йәштән шөғөлләнеп, үҙ юлымды таптым, тип ышаныслы әйтә алған Артур.
Артурға уҡыуында, үҙе һайлаған өлкәлә уңыштар насип булһын.

Автор: Ә. Юлсурина
Читайте нас