20 октябрҙә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ колледжы базаһында дөйөм белем биреү дисциплиналары буйынса уҡыусыларҙың ”Йыл уҡыусыһы – 2025” Бөтә Рәсәй конкурсының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк этабының һынауҙары үтте.
Конкурстың ситтән тороп үткән этабында уҡыусылар үҙҙәре дәғүә иткән номинацияларҙа үҙҙәренең ҡаҙаныштарын күрһәткән портфолио һәм видеороликтар тапшырғайны.
Өфөлә үткән турға Бөрйән районынан Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең өс уҡыусыһы үтте:
-Айлина Әхмәтова (“Йыл интеллекты” номинацияһы);
-Гөлбикә Байназарова (“Йыл йәмәғәтсеһе” номинацияһы);
-Батыр Мәхмүтов (“Йыл интеллекты” номинацияһы).
Өфөлә үткән турҙа финалғы сығыусылар барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтте. “Интеллектуаль слэм”да Батыр «Двухступенчатая ракета-носитель», Айлина «История в кармане” тигән проекттар менән сығыш яһанылар. Жюри уларҙың сығышын юғары баһаланы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Батыр Мәхмүтов “Йыл интеллекты” номинацияһында еңеүсе булды!
Уҡыусыларҙы һәм уларҙың класс етәксеһе Э. Салауатованы ҡотлайбыҙ һәм алда ла уңыштар теләйбеҙ!