Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Сентябрь 2025, 21:02

“Ҡыҫып һөйҙөң, белем бирҙең...”

Бөрйән районының Иҫке Собханғол урта мәктәбенә - 100 йыл. Иртәгә, 27 сентябрҙә, ошо уңайҙан район үҙәгендә ҙур байрам була.

“Ҡыҫып һөйҙөң, белем бирҙең...”
“Ҡыҫып һөйҙөң, белем бирҙең...”

Оло тормошҡа сығыу өсөн “күпер”. Район үҙәктәрендәге, ҙур ауылдарҙағы мәктәп-интернаттарҙы тап шулай тип атарға була. Төпкөлдәрҙә үҫкән йәш быуын өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә улар. Бер быуатлыҡ оло юбилейын билдәләгән белем усағы – Бөрйән районының Иҫке Собханғол урта мәктәбе – тап шундай мәғариф учреждениеһы. Ауыл балаларына үҫеш мөмкинлеге биргән, уларҙы бергә туплаған, дуҫлаштырған, ҙур ғаилә иткән, күңелдәренә “Беҙ – бөрйәндәр!” тигән рух, илһөйәрлек һалған изге урын ул.

Йәйәү йөрөп һалынған һуҡмаҡ

...Шәмбе көнө район үҙәгенән ауылдарына күмәкләп йәйәү ҡайтҡан балалар йәкшәмбе кире юлға сыҡҡан. Мәктәп-интернатҡа аҙна һайын шулай йөрөп уҡый улар. Ара – ҡырҡ саҡрым самаһы. Башҡа ауылдарҙан да тиңдәштәре ошолай тау-урмандар аша йәйәү үтеп, белем үрҙәренә артыла. Үҙҙәрендә башланғыс кластарҙы тамамлаған бәләкәс балаларҙан алып тиҙҙән мәктәпте тамамлаясаҡ үҫмерҙәргә тиклем һәммәһе бергә ошолай ҙур ғаилә булып оло тормошҡа юл яра. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа шыҡырайып туңып, буран мәлендә көрт ярып, арып-талып барып еткән ауыл балаларын интернатта тәрбиәселәр әсәйҙәрсә хәстәрлек менән ҡаршы ала. Ятаҡ бинаһы шыҡһыҙ, тыштан ел бәреп торһа ла, апай-ағайҙарҙың йөрәк йылыһы бөтә ауырлыҡтарҙы оноттора, киләсәктә барыһы ла яҡшы буласаҡ тигән өмөткә ҡуҙ өҫтәй...

Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәп-интернатында уҙған быуатта уҡыған төпкөл ауылдар балаларының яҙмышы был. Уларҙың яҡты хыялдары тормошҡа ашып, бөгөн туған уҡыу йорттарында ейән-ейәнсәрҙәре ҡалаларҙағы кеүек яҡшы шарттарҙа белем һәм тәрбиә ала. Электән һаҡланған йылылыҡ, уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең һәр баланы хәстәрләп, улар өсөн янып-көйөп тороуы, дәртләндереп үҫешкә ынтылдырыуы, күңелдәренә илһөйәрлек, рух һалыуы – оло тарихҡа эйә мәктәптең йөҙөн билдәләгән сифаттар.

– 1925 йылда, белем усағының тарихы башланған осорҙа, тәүге уҡытыусы Орҡоя Ишмырҙина дәрестәрҙе бер бүлмәлә генә үткәрә. Ике йылдан ғына яңы бина төҙөлә, – тип тарихты байҡай урта мәктәптең бөгөнгө директоры Әхәт Әбдрәхимов.

– Белем усағы бер аҙҙан ете йыллыҡҡа, унан тулы урта мәктәпкә әйләнә. Уҡытыу ауыр һуғыш йылдарында ла туҡтатылмай. 1972 йылда 150 уҡыусыға иҫәпләнгән интернат төҙөлгәс, райондың төпкөл ауылдары балалары алдында, гүйә, офоҡ тағы ла киңәйә. Һәм артабан да үҫештән туҡтамай мәғариф учреждениеһы. 2016 йылда дүрт ҡатлы заманса мәктәп, уға йылы үткәүел аша өс ҡатлы интернат ҡушып төҙөлгәс, төпкөл тип һаналған Бөрйән районының йәш быуын вәкилдәре ҡалалағы тиҫтерҙәренән дә яҡшыраҡ шарттарҙа белем ала, йәшәй башланы. Дәүләт етәкселеге тарафынан күрһәтелгән бындай иғтибар, хәстәрлек, һис шикһеҙ, уҡыусыларҙың үҫешенә, алға ынтылышына ҙур йоғонто яһай.

Рәсәй кимәлендә танылды

Иҫке Собханғол урта мәктәбенең бөгөнгө хәл-торошо, ысынлап та, һоҡланғыс, педагогик коллективтың, уҡыусыларҙың уңыш-ҡаҙаныштары күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Мәғариф учреждение­һында һәр уҡыу кабинеты заманса йыһазланды­рылған, бынан тыш, технология, хеҙмәт, сенсор, компьютер бүлмәләре, китапхана, музей, уҡсылар тиры, спорт, гимнастика, көрәш залдары, медицина пункты, стоматология кабинеты, ашхана, буфет, ғилем-тәжрибә участкаһы бар. Уҡыусылар Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбендә өҫтәмә белем алыу, район үҙәгенең балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә, “Мәсем” клубында, “Урал” физкультура-һауыҡтырыу комплексында даими шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә. Интернатта йәшәгәндәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, уларҙың һәр минуты файҙалы эш-ғәмәлдәр менән үтә.

– Беҙҙең мәғариф усағының бөгөнгө уңыштары бихисап: Рәсәйҙең белем биреү учреждениелары конкурсында еңеү яуланыҡ, инновациялы алымдар ҡулланып уҡытыу өсөн шарттар булдырыу йәһәтенән илдең иң яҡшы мәктәбе тип танылдыҡ, – ти директор Әхәт Әбдрәхимов. – Шулай уҡ “Рәсәйҙең иң яҡшы 200 мәктәбе”, “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 ауыл мәктәбе” иҫәбенә, илдең Почет таҡтаһына индерелдек. Һуңғы йылдарҙа ҙур күләмдә дәүләт гранттары алып, уҡыу йортоноң матди-техник хәлен тағы ла яҡшырттыҡ, музейҙы тулыһынса реконструкция­ланыҡ.

Әхәт Әбдрәхим улы урта мәктәп коллективының эшмәкәрлеген юғары баһалай.

– Беҙҙә тәжрибәле, хеҙмәтен яратҡан, намыҫ менән башҡарған һөнәр оҫталары тупланған, – ти ул.

– Әле төп мәктәптә 73 педагог, һигеҙ тәрбиәсе, алты тәрбиәсе ярҙамсыһы, техник, медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй. Ауылдарҙағы ете филиалда 300-гә яҡын бала уҡый, 48 педагог белем һәм тәрбиә бирә. Урта мәктәптең тарихын байҡағанда, дөйөм коллективта Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡы­тыу­сылары (ике кеше), Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәр­ҙәре (13 кеше), Хеҙмәт Ҡыҙыл Бай­раҡ, “Почет Билдәһе”, Хеҙмәт даны ордендары кавалерҙары, Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыу­сылары һәм атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәр­ҙәре республиканың мәғариф алдын­ғылары бар. Бөйөк Ватан һуғы­шында юғары наградаларға лайыҡ булған яугир уҡытыусыларыбыҙҙы ла онот­майбыҙ, улар хаҡында йәш быуын вәкилдәре яҡшы белә.

Әхәт Әбдрәхим улы билдәләүенсә, мәктәптә, уның филиалдарында Афған, Чечня һуғыштарында, әлеге махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, батырҙарса һәләк булған яҡташ яугирҙәрҙең яҡты иҫтәлеге лә ҡәҙерләп һаҡлана, Герой парталары булдырыла, хәтер таҡтаташтары ҡуйыла. Мәғариф учреждениеһында “Йәш армиясылар” ойошмаһы ағзалары, Шайморатовсылар класы уҡыусылары – ватансылыҡ тәрбиәһенең сағыу өлгөһө. Улар районда ғына түгел, республика кимәлендә үткәрелгән хәрби-илһөйәрлек сараларының уртаһында ҡайнай, ҙур еңеүҙәр яулай.

– Дөйөм алғанда, 100 йыллыҡ юбилейҙы бар яҡлап лайыҡлы ҡаршылайбыҙ, – ти директор Әхәт Әбдрә­хим улы. – Иҫке Собханғол урта мәктәбендә бөгөн районыбыҙҙың 22 ауылынан балалар уҡый. Уларҙың 120-һе интернатҡа урынлаштырылған. Дөйөм һанағанда, урта мәктәптә мең бала белем ала. Быуат дауамында тупланған оло тәжрибә нигеҙендә, “Интернатым – пар ҡанатым” тигән билдәле йырҙа әйтелгәнсә, ҡыҫып һөйөп тә, талапсанлыҡ менән дә белем һәм тәрбиә бирергә тырышып, балаларыбыҙҙан ысын кешеләр үҫтерергә ынтылабыҙ. Барлыҡ коллективты, ветерандарыбыҙҙы, бай тарихлы мәктәпте тамамлаған һәммә сығарылыш уҡыусыларын уртаҡ байрамыбыҙ менән!

--------

* Иҫке Собханғол мәктәбен 100 йыл эсендә 140 сығарылыш уҡыусыһы алтын һәм 50 уҡыусы көмөш миҙал менән тамамлаған.

* 2024/25 уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса, дүрт сығарылыш уҡыусыһы алтын, 11 уҡыусы көмөш миҙалға лайыҡ булған.

* Мәктәптә “Һәләтле балалар” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, быйыл Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында был мәғариф учреждениеһынан 26 еңеүсе, 98 призер булған.

* Өфө дәүләт нефть техник, Башҡортостан дәүләт аграр университеттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған, һөҙөмтәлә техник йүнәлешле уҡыу йорттарына инеү кимәле юғары. Быйыл, мәҫәлән, ӨДНТУ-ға был мәктәптән 13 сығарылыш уҡыусыһы кергән. Башҡа юғары уҡыу йорттары менән дә килешеү төҙөү эше бара.

* Медицина һәм ауыл хужалығы кластары, “School.life” мәктәп телевидениеһы эшләй.

* “Ҡанатлан!”, “Киләсәк коды” мәғариф проекттары, “Үҫеш нөктәһе” үҙәге, йәйге профилле лагерҙар уҡыусыларҙың төрлө яҡлап үҫешенә тос өлөш индерә.

* Райондың терәк мәктәбендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә тейешле шарттар булдырылған.

Фотолар Иҫке Собханғол урта мәктәбе архивынан алынды.

Автор:Дилбәр Ишморатова. Башҡортостан гәзите.

“Ҡыҫып һөйҙөң, белем бирҙең...”
“Ҡыҫып һөйҙөң, белем бирҙең...”
“Ҡыҫып һөйҙөң, белем бирҙең...”
“Ҡыҫып һөйҙөң, белем бирҙең...”
“Ҡыҫып һөйҙөң, белем бирҙең...”
“Ҡыҫып һөйҙөң, белем бирҙең...”
“Ҡыҫып һөйҙөң, белем бирҙең...”
Автор:
Читайте нас