“Һеҙҙең мәктәптә һайлау үтәме? Бына беҙҙә аҙна буйына мәктәп үҙидараһына президент һайлауы барҙы. Өс кандидат унда көс һынашты: 8-се синыфтан Мәхмүтова Диана Роберт ҡыҙы, 9-сынан Усманова Әминә Әбүбәкер ҡыҙы һәм 10-сы кластан Сәйфетдинова Регина Ринат ҡыҙы.
Йома көнө иртәнсәк килеүсе балаларҙы Башҡортостан гимны ҡаршы алды. Көн дауамында уҡыусылар һәм уҡытыусылар үҙҙәренә оҡшаған кандидатҡа тауыш бирҙеләр.
Шулай итеп, иң күп тауышты - 33 тауыш йыйып, Усманова Әминә Әбүбәкер ҡыҙы президент булыу хоҡуғына эйә булды!
Регина һәм Диана 27-шәр тауыш йыйып, уның уң ҡулдары булыу хоҡуғына ирештеләр.
Әминәгә мәктәп президенты вазифаһында уңышлы эшләүен теләйбеҙ!”, - тип хәбәр итәләр мәктәптең төркөмөндә: https://vk.com/abdulmambet_school