Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Сентябрь 2025, 08:55

Мәктәп ата-әсәләр менән бергә...уйнай

Әбделмәмбәттә ата-әсәләр менән бергә уҡыусылар, уҡытыусылар боронғо урам уйындарын иҫкә төшөргәндәр. Зыу килеп уйнап, ярышып, мәж килгәндәр. Шулай булмай һуң – улар бит Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан үткәрелгән Рәсәй "Белем" йәмғиәтенең “Ата-әсәләр инициативаһы-2025 " конкурсы еңеүсеһе! Ниндәй уйындар уйнағандар, тиһегеҙме?

Мәктәп ата-әсәләр менән бергә...уйнай
Мәктәп ата-әсәләр менән бергә...уйнай

Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан үткәрелгән Рәсәй "Белем" йәмғиәтенең “Ата-әсәләр инициативаһы-2025 " конкурсы еңеүсеһе булған Әбделмәмбәт урта мәктәбенең "Әүҙем ял - уңышлы белем алыу" проектын тормошҡа ашырыу эштәре дауам итә.
Проект сиктәрендә ата -әсәләр менән берлектә "Урам уйындары"фестивале ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте.
-Сараны мәктәп директоры Үтәбаев Инсур Рәмил улы асып ебәрҙе,унан һуң мәктәптең ата-әсәләр комитеты рәйесе Әфләтүнова Зәлиә Ринат ҡыҙы барлыҡ ата-әсәларгә әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Артабан балалар ата-әсәләр менән берлектә халҡыбыҙҙың бихисап боронғо урам уйындарын иҫкә төшөрҙөләр: сараға саҡырылған оло быуын вәкилдәре уйын барышын аңлатып киттеләр.
Башланғыс кластар мәҙәниәт хеҙмәткәре ветераны Миңһылыу Ғәлиәкбәрова һәм ветеран уҡытыусылар Гөлшат Сәғитова, Миңнур Ҡасимовалар менән бергә "Үгеҙ йөҙөк","Йәшерәм яулыҡ","Ҡырҡ таш","Биш таш,""Һаңғырау телефон" уйындарын өйрәнеп,уларҙа ихлас ҡатнаштылар.
Урта звено уҡыусыларына Юлай ағай Ғәликәев "Себен","Уң ике таяҡ" уйындарын өйрәтте, ә юғары класс уҡыусылары иһә Фәтих ағай Сәйфетдинов менән бергә "Бура"уйынын үҙләштерҙеләр.
Был боронғо урам уйындарын хатта ата-әсәйҙәрҙең дә күбеһе тәүгә күрҙе,үҙҙәре лә бик сәмләнеп ярыштылар.
Шулай итеп, был мөһим һәм мауыҡтырғыс сара бер яҡтан балаларҙы бер аҙға телефондан айырып,саф һауала файҙалы ял иттерһә,икенсе яҡтан мәктәп-ата әсәләр бәйләнешен,быуындар бәйләнешен бермә-бер нығытып, уҡыусы балаларҙа халҡыбыҙҙың уйын-йолалаларына,тыуған илгә,ергә ҡарата һөйөү тәрбиәләүгә лә булышлыҡ иткәндер,тип ышанғы килә, - тип хәбәр итәләр мәктәптең социаль селтәрҙәге төркөмөндә.

Сығанаҡ: Әбделмәмбәт мәктәбе-МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово

 

Мәктәп ата-әсәләр менән бергә...уйнай
Мәктәп ата-әсәләр менән бергә...уйнай
Мәктәп ата-әсәләр менән бергә...уйнай
Мәктәп ата-әсәләр менән бергә...уйнай
Мәктәп ата-әсәләр менән бергә...уйнай
Мәктәп ата-әсәләр менән бергә...уйнай
Мәктәп ата-әсәләр менән бергә...уйнай
Мәктәп ата-әсәләр менән бергә...уйнай
Мәктәп ата-әсәләр менән бергә...уйнай
Мәктәп ата-әсәләр менән бергә...уйнай
Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас